Ил халҡы Ҡырым Рәсәйгә ҡушылыуҙың 2 йыллығын билдәләй

2014 йылдың 16 мартында Ҡырымда Рәсәйгә ҡушылыу буйынса референдум үтә. Унда электораттың 96 проценттан ашыуы Рәсәй составына инеү яҡлы була. 

Бөгөн Өфөлә Ҡырым һәм Севастополь Рәсәйгә ҡушылыуға ике йыл тулыу уңайынан митинг-концерт үтә. Акцияла Башҡортостандың танылған коллективтары һәм башҡарыусылары ҡатнаша. Республика халҡы үҙҙәренең гражданлыҡ позицияһын күрһәтеү һәм ярымутрауҙа йәшәүсе ватандаштарына теләктәшлек белдереү өсөн Салауат Юлаев һәйкәле алдындағы майҙанға йыйыласаҡ. Митинг 16 сәғәттә башлана.