Өфө вольер хужалығында бер юлы ете айыу балаһы донъяға килгән

Раштыуа байрамында тыуған тайыштабандарҙы ике көн элек кенә әсәләренән айырғандар.

Был бүлмә балалар баҡсаһын хәтерләтә. Хатта бәләкәс тайыштабандарҙың тәрбиәселәре лә бар. Азат Хәйретдинов әйтеүенсә, айыу балалары тәрбиә талап итә. Һәр береһенең үҙенә генә хас холҡо ла бар.

Айыу балаларын әлегә тышҡа сығарырға рөхсәт ителмәй. Үҫештәренә зыян килмәһен өсөн уларҙы йылы бүлмәлә тоталар. 

Вольерҙа эшләүселәр  әйтеүенсә, балаларын айырған инә айыуҙар янына яҡын килеү хәүефле, сөнки сабыйҙарын юғалтыуҙы улар ауыр кисерә. Ошо арауыҡта хеҙмәткәрҙәргә абай булыу кәңәш ителә, ти Максим Щербаков.

Хайуандарҙы өйрәтеүселәр билдәләүенсә,  айыу балалары өңдән сығыу менән уларҙы инәләренән айырыу мотлаҡ. Шул саҡта ғына йыртҡыстар кешегә тиҙ өйрәнә һәм күнекмәләргә еңел бирелә. Өфө вольерында тыуған айыуҙар Филатовтар, Шапито цирктарында сығыш яһай, был бәләкәс тайыштабандар ҙа киләсәктә цирк, зоопарк тамашасыһын ҡыуандырасаҡ.



Последние новости

Яндекс.Метрика