Салауат Юлаев хоккейсылары хәл иткес етенсе уйында Омскийҙың Авангардын икегә бер иҫәбенә еңеп Гагарин кубогы өсөн көрәшен дауам итә

Был серия ете уйынға тиклем һуҙылыр тип бер кем дә көтмәгәйне. Конференцияла тәүге урын алһалар ҙа, Омск хоккейсылары серияла яҡшы уйын күрһәтә алманы. Юлаевсылар, киреһенсә, өс тапҡыр еңеп алға сыҡты. Аҡ Барс менән ете уйындан һуң тамам арыған хоккейсыларҙың еңеүгә ышанысы шул тиклем көслө булған, күрәһең. Авангард менән сериялағы иҫәп тигеҙләшкәс тә, Салауат Юлаев хоккейсылары баҙап ҡалманы. Шулай итеп, Омск хоккейсылары 100 миллион һумлыҡ премиянан ҡолаҡ ҡаҡты. Спорт.ру баҫмаһы хәбәр итеүенсә, уларға серияла еңһәләр ошо күләмдә премия түләргә тейеш булғандар. Кисә кис көйәрмәндәр Салауат Юлаев командаһы хоккейсыларын Өфө аэропортында ҡаршы алды. Юлаевсыларҙың баш тренеры Игорь Захаркин хоккейсыларҙы Авангардты онотоп Магнитогорскийҙың Металлургы менән уйынға етди әҙерләнә башларға саҡырҙы.

Салауат Юлаев хоккей командаһының һуңғы осорҙағы еңеүҙәрен күптәр клубтың тылсымлы дуҫтары барлыҡҡа килеүе менән бәйләй.

Күптән түгел беҙҙең хоккейсыларҙы һәр уйынында ла Хоттабыч ҡарт менән Салауат батыр  еңеүгә дәртәләндерә. Салауат батыр  хоккейсыларҙың рухын күтәрһә, Хоттабыч ҡарт хатта үҙенең һаҡалы менән сихырлай ҙа шикелле. Кем һуң ул Салауат батыр менән Хоттабыч ҡарт. Иртәгә 22 – се март АУАЗ тапшырыуына улар үҙҙәре киләсәк һәм еңеү серҙәре менән уртаҡлашасаҡ. Тура эфирҙа һеҙ уларға һорауҙарығыҙҙы ла бирә аласаҡһығыҙ. АУАЗ тапшырыуы иртәнге туғыҙҙа башлана. 



Последние новости

Яндекс.Метрика