Проголосуй за столицу Тотального диктанта - УФА! - 730990484 | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй банкы “Резонанс” страховка компанияһын лицензияһын тартып алған

Тимәк, хәҙер уның мөлкәттәрҙе ирекле страховкалау эшмәкәрлеге туҡтатыла. Ойошма ҡануниәттә ҡаралған талаптарҙы үтәмәгән. Компанияның клиенттары страховка түләүҙәрһеҙ ҡалған, ә хеҙмәткәрҙәр үҙҙәренең етәксеһенең ҡайҙа икәнен дә белмәй. Юлда таш тейеп машинаһының алғы быялаһы сатнаған Ришат Зәләев страховка осрағы буйынса ремонт өсөн түләү алырға килгән.  Страховка компанияһының Октябрьский ҡалаһындағы бүлексәһе ябылған, шуға  уны баш ҡалалағы төп офисҡа ебәргәндәр. Әммә бында  “Резонанс” компанияһы лицензияһыҙ ҡалғанын хәбәр иткәндәр. Ришат кеүек алданыусылар бихисап. Дмитрий Рыженко тейешле түләүҙәрен юллап, көн һайын тиерлек Салауат менән Өфө юлын тапай. Тик – уңышһыҙ. Был ҡатын да, аварияла эшлектән сыҡҡан атомобиле өсөн аҡса күсереүеҙәрен көтөп ала алмағас, машинаһын үҙе ремонтлатырға мәжбүр була.   7 йәшлек Ника ла “Резонанс” компанияһың клиенты. Гимнаст ҡыҙ аяғын имгәткән, тик улар ҙа компенсацияһыҙ ҡалған. Ойошма хеҙмәткәрҙәре үҙҙәре лә билдәһеҙлектән интегә. Йыл башында етәкселек алышынғандан бирле буталсыҡ башланды, ти улар.  Мөрәжәғәт итеп килгән кешеләр бик күп. Әммә бөтәһенә лә яуап бер — компания хәҙер эшләмәй. Ике тиҫтә йылдан ашыу уңышлы эшмәкәрлек алып барған ойошма ни өсөн  бер-нисә ай эсендә бөлгөнлөккә төшкәнен прокуратураға асыҡларға ҡала. Ә “Резонанс” клиенттары суд аша аҡсаларын ҡайтарырға өмөтләнә.

Хәбәрҙәр

Смотреть видео Айыуҙар ниңә йоҡламай? | ГТРК «Башкортостан»

Айыуҙар ниңә йоҡламай?

Ҡыш еткәс тә тайыштабандарҙың оҙон йоҡоға китеүе билдәле. Әммә быйыл урмансылар паркында аҫыралған айыуҙар йоҡлай алмай интегә. Шуға ла улар агрессив хәлдә.  Михаил ҡушаматлы айыу балаһы быйыл беренсе тапҡыр ҡышты үткәрә. Парк хеҙмәткәрҙәре күҙәтеүенсә, тәүге ике йылда улар ҡышты ни өсөндөр...

8 декабря 2017
Башҡортостандың төп Яңы йыл шыршыһында ҡатнашыусыларҙы ниндәй тамаша һәм бүләк көтә? | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостандың төп Яңы йыл шыршыһында ҡатнашыусыларҙы ниндәй тамаша һәм бүләк көтә?

Байрамға 780 бала саҡырылған. Сара ике өлөштән торасаҡ, тип хәбәр итә Башинформ агентлығы. Шыршы тирәләй әйлән-бәйлән уйнау һәм «Яңы йыл тауышы» тигән  тамаша. Яңы йыл тамашаһында театр-концерт ойошмалары артистары, «Башҡортостан» дәүләт концерт залының хореография коллективтары ҡатнаша. Татлы...

8 декабря 2017
Башҡортостан юнармия сафтары йәнә 150 кешегә артты | ГТРК «Башкортостан»

Башҡортостан юнармия сафтары йәнә 150 кешегә артты

Ойошмаға яңы ағзаларҙы ҡабул итеү тантанаһы республикала асылған Йәштәр сәйәсәте көндәре сиктәрендә үтте. Юнармияның Башҡортостан төбәк штабының бер йылдан ашыу элек кенә ойошторолоуына ҡарамаҫтан бөгөн республиканың һәр районында кесе ойошмалар әүҙем эшләй. Хәйбулла районында ғына 18 мәктәп...

8 декабря 2017
Башҡорт матбуғатының йөҙ йыллығы | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт матбуғатының йөҙ йыллығы

Башҡорт дәүләт университетында Халыҡ-ара ғилми–ғәмәли конференция үтте. Башҡорт матбуғатының йөҙ йыллығына арналған сарала билдәле ғалимдар сығыш яһаны. Конференцияға  Төркмәнстан, Ҡазағстан, Үзбәкстандан һәм Беларуссиянан да фәнни мәҡәләләр ебәрелгән. Башҡорт матбуғатының үткәнен бөгөнгөһөн...

8 декабря 2017
Өфө халыҡ-ара балалар уйындарында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итергә әҙер | ГТРК «Башкортостан»

Өфө халыҡ-ара балалар уйындарында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итергә әҙер

2019-сы йылда Өфөлә үтәсәк Йәйге халыҡ-ара балалар уйындарына барлыҡ тиерлек объекттар ҙа әҙер. Башҡортостан башлығы Халыҡ-ара балалар уйындары комитеты генераль секретары Ричард Смит менән осрашты. Унда баш ҡалала төҙөлгән спорт үҙәге тураһында ла һүҙ барҙы. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, объект...

8 декабря 2017
Смотреть видео Владимир Путин рухи үҫешкә етди этәргес бирҙе | ГТРК «Башкортостан»

Владимир Путин рухи үҫешкә етди этәргес бирҙе

Владимир Путиндың президент һайлауында ҡатнашыу тураһындағы ҡарарына ҡарата дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре үҙ фекерен белдереүҙе дауам итә. Рәсәй мосолмандары Үҙәк Диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин  фекеренсә, Владимир Путин Рәсәй халҡын дөйөм маҡсаттар тирәләй туплап рухи үҫешкә етди...

8 декабря 2017
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Дональд Трамптың Иерусалимды Израилдың башҡалаһы тип таныуы сәбәпле ҡаршылыҡ акциялары башланды. Рамалла ҡалаһында митингта ҡатнашыусыларҙы ҡыуыу өсөн Израиль полицияһы күҙҙән йәш сығарыусы газ ҡулланған. Рәсәй хәрбиҙәре Сүриәлә “Ислам дәүләте” террорсыларын юҡ итеү буйынса бурысты тулыһынса...

8 декабря 2017
Смотреть видео Салауат районында төбәкте үҫтереү юлдары тикшерелде | ГТРК «Башкортостан»

Салауат районында төбәкте үҫтереү юлдары тикшерелде

Республиканың төнъяҡ көнсығыш райондарын үҫтереү өсөн урындағы властарҙың һәм әлбиттә халыҡ менән бизнестың килешеп эшләүе мөһим. 8 районды берләштергән субрегионды социаль иҡтисади үҫтереү программаһы 2011 йылда уҡ ҡабул ителгәйне. Салауат районында төбәкте үҫтереү юлдары тикшерелде. Ул ваҡытта...

8 декабря 2017
Резиденттарға ярҙам төрҙәре киңәйтелә | ГТРК «Башкортостан»

Резиденттарға ярҙам төрҙәре киңәйтелә

Башҡортостанда әүҙем социаль-иҡтисади үҫеш биләмәһе резиденттарына ярҙам төрҙәре киңәйтелә. Республика Иҡтисади үҫеш министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, хәҙер «Бәләбәй» һәм «Күмертау» социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләре резиденттары өсөн дәүләт мөлкәтен ҡуртымға алғанда түбән коэффициент ҡаралған. Бынан...

8 декабря 2017
Импортты алмаштырыу-көн талабы | ГТРК «Башкортостан»

Импортты алмаштырыу-көн талабы

Өфөлә төбәктәрҙең закондар сығарыу органдары етәкселәре ултырышында Рәсәй президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабич  импортты алмаштырыу йүнәлешендә лә әүҙем эшләү кәрәклеген билдәләне. Башҡортостан предприятиелары был йәһәттән  уңышлы эшләй....

8 декабря 2017
Смотреть видео 11 аварияла бер кеше һәләк булды, 11 кеше тән йәрәхәттәре алды | ГТРК «Башкортостан»

11 аварияла бер кеше һәләк булды, 11 кеше тән йәрәхәттәре алды

Бөгөн Өфө-Ырымбур юлының 39-сы километрындағы аварияға бәйле яңы мәғлүмәттәр иғлан ителде.Ауырғазы районында йәшәүсе ҡулдан эшләнгән прицепҡа ВАЗ машинаһын тейәп китеп барғанда идараны юғалта һәм ҡаршы яҡ юлға килеп сығып Деу Нексияға бәрелә. Әрйәләге ВАЗ машинаһы ла осоп барып тигәндәй Нексияға...

8 декабря 2017
Смотреть видео Ут һүндерелде | ГТРК «Башкортостан»

Ут һүндерелде

Бер-нисә минут элек кенә Достоевский урамындағы йортта сыҡҡан янғын һүңндерелде. Бәхеткә күрә, һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр юҡ. Алты кеше эвакуацияланған. Ваҡиға урынында техника һәм ҡотҡарыусылар эшләй.

8 декабря 2017
Юристар белемен тикшерә | ГТРК «Башкортостан»

Юристар белемен тикшерә

Бөгөн Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы Башҡортостандың конституция суды менән берлектә студенттар өсөн юридик олимпиада ойошторҙо.  Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостандың конституция көнөнә арналған юридик олимпиадала...

7 декабря 2017
Смотреть видео Закон сығарыусылар йәнә Өфөгә йыйылды | ГТРК «Башкортостан»

Закон сығарыусылар йәнә Өфөгә йыйылды

Волга буйы федераль округы субъекттарының дәүләт власы закондар сығарыусылары ассоциацияһының 52–се ултырышы йәнә Өфөлә үтә. Төбәк парламенттары  депутаттары һәм дәүләт власы органдары вәкилдәре бөгөн округ биләмәләрендә коррупцияға ҡаршы дәүләт сәйәсәтен бойомға ашырыуҙы норматив-хоҡуҡи...

7 декабря 2017
Смотреть видео Бөгөн Салауат районында төнъяҡ көнсығыш райондарҙы үҫтереү юлдары тикшерелә | ГТРК «Башкортостан»

Бөгөн Салауат районында төнъяҡ көнсығыш райондарҙы үҫтереү юлдары тикшерелә

Хәбәрсебеҙ ғәзиз Лоҡманов беҙҙең студия менән тура бәйләнешкә сыға. Республиканың төнъяҡ көнсығыш райондарын үҫтереү юлдары дөрөҫөн әйткәндә күп, әммә быны яйға һалыу өсөн дәүләт органдарының, урындағы властарҙың һәм әлбиттә халыҡ менән бизнестың йөктө бер үк йүнәлешкә тартыуы мөһим. 8 районды...

7 декабря 2017
Смотреть видео Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре | ГТРК «Башкортостан»

Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Алыҫ араға осоусы ТУ-22 самолеттары Сүриәнең Дейр-эз-Зорра виләйәтенең көньяҡ-көнсығышында  “Ислам дәүләте” объекттарын утҡа тотто. Һөҙөмтәлә боеприпастар тултырылған келәттәр, техника һәм террорсыларҙың терәк пункттары юҡ ителде. Яҡутияның холоҡ төҙәтеү колонияһында Том һәм Блейк ҡушаматлы...

7 декабря 2017
Дмитрий Медведев Мәскәүҙә Рөстәм Хәмитов менән осрашты | ГТРК «Башкортостан»

Дмитрий Медведев Мәскәүҙә Рөстәм Хәмитов менән осрашты

Һүҙ транспорт инфраструктураһын үҫтереү хаҡында барҙы. Атап әйткәндә, Өфөнөң көнсығышынан сығыу юлын төҙөү тураһындағы проект тикшерелде. Рөстәм Хәмитов  банктар, федераль Хөкүмәт менән берлектә эшләү ысулын тәҡдим итте. Дмитрий Медведевта ул хуплау тапты. Республика етәксеһе хаҡы 30...

7 декабря 2017
Владимир Путин беҙҙең президент | ГТРК «Башкортостан»

Владимир Путин беҙҙең президент

Владимир Путин Түбәнге Новгородта ГАЗ автозаводы коллективы менән осрашыуҙа Рәсәй президентын һайлауҙа ҡатнашасағы тураһында белдерҙе.Ошо көндәрҙә автозавод үҙенең 85 йыллығын билдәләй. Владимир Путин данлы юл үткән предприятие хеҙмәткәрҙәрен оло юбилей менән ҡотлап 2018 йылда   ил...

7 декабря 2017
Өфөлә теракт әҙерләүҙә ғәйепләнеүсе төркөм ағзаларына хөкөм ҡарары сығарылды | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә теракт әҙерләүҙә ғәйепләнеүсе төркөм ағзаларына хөкөм ҡарары сығарылды

Былтыр Федераль именлек хеҙмәте, эске эштәр министрлығының берлектәге махсус операцияһы ваҡытында Өфөлә теракт эшләргә йыйыныусы Ишбаев ҡулға алынғайны. Ул “Ислам дәүләте” халыҡ-ара террор ойошмаһы ағзаһы булыуын террор ғәмәле ҡылып раҫларға уйлаған. Ҡулға алыныусы теракт әҙерләгән осорҙа бәлиғ...

7 декабря 2017
Смотреть видео Өфө-Стәрлетамаҡ юлында 5 машина ҡатнашлығында авария | ГТРК «Башкортостан»

Өфө-Стәрлетамаҡ юлында 5 машина ҡатнашлығында авария

Еңел автомобиль  тайғаҡ юлда ауыр йөк машинаһының аҫтына тиерлек инеп киткән. Аварияның сәбәптәре әле асыҡлана. Һәләк булыусылар һәм йәрәхәтләнеүселәр тураһында хәбәр ителмәй.

7 декабря 2017
Республикала көслө ел һәм боҙлауыҡ сәбәпле хәрәкәт сикләнеүе ихтимал | ГТРК «Башкортостан»

Республикала көслө ел һәм боҙлауыҡ сәбәпле хәрәкәт сикләнеүе ихтимал

Юл инспекторҙары көсәйтелгән эш режимына күсерелде. Әле Һамар өлкәһе биләмәһендә циклон ҡотора. Күпләп ҡар яуыу һөҙөмтәһендә өлкәлә автомобиль хәрәкәте туҡтаған тиерлек. Һәләк булыусылар тураһында ла хәбәр ителә. Тиҙҙән циклон Башҡортостанға ла килеп етте. Шуға ла юл инспекторҙары алыҫ юлға...

7 декабря 2017
Смотреть видео Рус география йәмғиәте киләсәккә бурыстар билдәләне | ГТРК «Башкортостан»

Рус география йәмғиәте киләсәккә бурыстар билдәләне

Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе попечителдәр советы алдында йыл һөҙөмтәләре буйынса отчет тотто. Ултырышта ойошманың киләһе йылға пландары ла билдәләнде. Еҙем паркы, бал ауылы, Асҡын боҙ мәмерйәһе. География йәмғиәтенең республика бүлексәһе Башҡортостандың хозур тәбиғәтен, танылған...

6 декабря 2017
Смотреть видео Улар ҡарҙы иретеп эсергә лә риза | ГТРК «Башкортостан»

Улар ҡарҙы иретеп эсергә лә риза

Стәрлетамаҡ районы Васильевка ауылында йәшәүселәр һыу мәсьәләһен хәл итеүҙе талап итә. Һыу бар, әммә ул эсерлек тә, йыуынырлыҡ та түгел. Бысраҡ һыуҙан, етмәһә, түҙеп торғоҙоҙ һаҫыҡ еҫ тә килә. Клеиндар һыу артынан 60 саҡырымға барырға мәжбүр. Ғаилә менән һыуға сәфәрҙе улар видеоға ла теркәп бара....

6 декабря 2017
Смотреть видео Башҡорт дәүләт медицина университетында хирургия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһы уҙа | ГТРК «Башкортостан»

Башҡорт дәүләт медицина университетында хирургия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһы уҙа

Төрлө ил студенттары үҙҙәренең оҫталыҡтарын яраланған йөрәккә операция яһауҙа күрһәтә. Олимпиаданың төп маҡсаты – талантлы студенттарҙы асыҡлау һәм буласаҡ табиптарға артабан үҫешергә ярҙам итеү. Бишенсе курста белем алыусы Илдар Кадаев бала саҡтан уҡ табип һөнәрен һайлаған. Олимпиада 11 конкурстан...

6 декабря 2017
Смотреть видео Мишлен, Пирелли, Гуд-Ер, Нокиан шиналары Башҡортостан сеймалынан эшләнә | ГТРК «Башкортостан»

Мишлен, Пирелли, Гуд-Ер, Нокиан шиналары Башҡортостан сеймалынан эшләнә

Туймазы ҡалаһындағы “Туймазытехуглерод” предприятиеһы Рәсәй генә түгел, донъя автоконцерндарын техник углерод менән тәьмин итә. Реакторҙарҙағы температура, бөтә күрһәткестәр махсус мониторҙа. Эшселәргә бер нисә йыл элек ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып иҫке ҡоролмаларҙа эшләргә тура килһә, бөгөн барыһы...

5 декабря 2017
Смотреть видео Халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеге менән йәшәй йөҙйәшәр Башҡортостан | ГТРК «Башкортостан»

Халыҡтар дуҫлығы һәм берҙәмлеге менән йәшәй йөҙйәшәр Башҡортостан

Республикала муниципаль берәмектәр араһында халыҡ-ара фестивале старт алды. Беренселәрҙән булып Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә Учалы районы эстафетаны хәйбуллаларға тапшырҙы. Марафон Башҡортостандың 100 йыллығына арналған. Фестивалға беренеселәрҙән булып Учалы районы старт бирҙе.Райондың...

4 декабря 2017
Смотреть видео Салауаттың һалым түләү ҡеүәте арта | ГТРК «Башкортостан»

Салауаттың һалым түләү ҡеүәте арта

Ҡалала акрил кислотаһы етештереүсе завод асылды. Ул илдә иң ҙуры һанала һәм йылына 80 мең тонна бутилакрилат, 35 мең тонна туңдырылған акрил кислотаһы сығарырға һәләтле. Бында яңы эш урындары ла булдырылған. Хеҙмәт хаҡы уртаса 30-35 мең һум. Предприятие заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған һәм...

4 декабря 2017
Смотреть видео Тәүге ҡар һәм тәүге етди тығындар | ГТРК «Башкортостан»

Тәүге ҡар һәм тәүге етди тығындар

Бөгөн республиканың башҡалаһында 10  баллыҡ тығындар теркәлде. Коммунистик, Октябрь революцияһы, Гагарин һәм Баязит Бикбай урамдарында хәрәкәт бөтөнләй туҡтаны тиерлек. Ошо сәбәпле күптәр эшкә һуңланы. Быға тиклем халыҡ туҙан тип мыжыһа, бөгөн  иһә  ҡар тип екеренде. Бындай тығындар...

4 декабря 2017
Смотреть видео Мультимедия паркын уҡыусылар һәм студенттар бушлай файҙаланасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Мультимедия паркын уҡыусылар һәм студенттар бушлай файҙаланасаҡ

Ойоштороусыларға был бурысты Республика башлығы Рөстәм Хәмитов Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайға мөрәжәғәтендә йөкмәтте. “Рәсәй – тарихым” паркы башҡалала бынан биш ай элек асылғайны. Ул Башҡортостандың 100 йыллығына 100 объект программаһына ярашлы төҙөлдө. Тере дәреслекте әлегә ике меңләп кеше ҡулланған...

1 декабря 2017
Өфөлә тимер юл вокзалын төҙөкләндереү Башҡортостандың 100 йыллығын байрам итеүгә тамамланасаҡ | ГТРК «Башкортостан»

Өфөлә тимер юл вокзалын төҙөкләндереү Башҡортостандың 100 йыллығын байрам итеүгә тамамланасаҡ

Был турала «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең тимер юл вокзалдары дирекцияһы етәксеһе Виталий Вотолевский белдерҙе. Проект хаҡы 1 миллиард һумдан ашыу. Өфөләге тимер юл вокзалы бинаһын яңыртыуҙың беренсе өлөшөнә ҡала яғынан инеү урынында дүрт пандус ҡуйыу, һәр ҡатта, шул иҫәптән...

1 декабря 2017
Орфографическая ошибка в тексте:
Чтобы сообщить об ошибке, нажмите кнопку "Отправить сообщение об ошибке". Также вы можете добавить свой комментарий.
Яндекс.Метрика