Рәсәйҙә балалар һәм йәштәр өсөн Финанс белем аҙналығы үтте

Уның сиктәрендә Башҡортостанда ла төрлө саралар уҙғарылды. Өфөнөң 101-се дөйөм белем биреү мәктәбендә Халыҡтың финанс белеме тигән түңәрәк өҫтәл ойошторолдо. Унда уҡыусылар, студенттар һәм мәғариф бүлеге белгестәре ҡатнашты.Түңәрәк өҫтәлдә уҡыусыларҙың һәм кешеләрҙең финанс белемен арттырыу, йәшәү кимәлен яҡшыртыу, был өлкәлә үҫеш йүнәлештәрен билдәләү һәм проекттарҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре күтәрелде.



Последние новости

Яндекс.Метрика