Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Белгияла көрсөккә ҡаршы үҙәк халыҡты уяу булырға саҡырған. Илдә террор хәүефе һаҡлана. Кисәге теракт өсөн яуаплылыҡты ИГИЛ үҙ өҫтөнә алған.

Европала именлек саралары көсәйтелгән. Германия аэропорттарында 2 мең 500 полиция хеҙмәткәре көсәйтелгән эш режимына күсерелгән. 

Бразилияла оппозиция президенттың отставкаға китеүен талап итә. Ил етәксеһе Дилма Русефф иһә уға импичмет иғлан итергә саҡырыуҙы фетнә ойошторорға теләү  тип белдергән.

Красноярский крайындағы Дудинка ҡалаһында көслө ел күп ҡатлы йорттоң ҡыйығын алып ырғытҡан. Һәләк булыусылар тураһында хәбәр ителмәй.  



Последние новости

Яндекс.Метрика