Киләсәк мәғарифы бөгөн төҙөлә

Башҡортостан белем биреү өлкәһендәге бар ойошмалар бер майҙанда йыйылып тап ошо маҡсатта фекер алыша.  Өфөлә асылған ҙур форумда ҡатнашыусылар республика мәғарифының төп йүнәлештәрен билдәләргә, белем биреүҙең өҫтөн ысулдарын асыҡларға ниәтләй. Өфө дизайн һәм технологиялар колледжын быйыл тамамлаусы Илүзә Зарипова уҡыу йортонда һөнәр үҙләштереп кенә ҡалмай, заман иҡтисады талаптарына яраҡлашырға, кешеләр менән аралашырға, үҙ һәләттәрен күрһәтеү мөмкинлеге биргән конкурстарҙа ҡатнашырға һәм уларҙа еңеү яуларға ла өйрәнгән. Дәртле ҡыҙ бөгөн Республика башлығы ҡулынан WorldSkills халыҡ-ара конкурсы дипломын алды.Белем биреүгә иҫке ҡараш заман талаптарын ҡәнәғәтләндермәй. Мәғариф йәмғиәттең үҫешенә этәргес бирергә тейеш, тине Республика башлығы. Рөстәм Зәки улы фекеренсә, мәғариф бер яҡтан йәштәргә кешелек ҡиммәттәрен һеңдереү өлкәһе, икенсенән, бизнес, килем алыу сараһы. Республика белем биреү системаһын киң танытыу һәм уҡыу йорттарының конкурентлығын күтәреү форумдың төп маҡсаты. Был йәһәттән бөгөн уҡытыусылар, һөнәр эйәләре генә түгел, ә уҡыусылар һәм ата-әсәләр ҙә үҙ фекерен белдерә. Башҡортостан мәғариф министры әйтеүенсә, республика юғары уҡыу йорттары берҙәм дәүләт имтихандары һөҙөмтәләренә юғары талаптар ҡуя. Һөҙөмтәлә мәктәп тамамлаусылар башҡа төбәктәргә юғары белем алырға юллана. Форум барышында һөнәри белем биреү йорттары күргәҙмәләре эшләй. Уҡытыусылар иһә мәғариф өлкәһенең өҫтөн йүнәлештәре буйынса фекер алышыуҙарҙа ҡатнаша, оҫталыҡ дәрестәре бирә.       Форум 25-се мартҡа тиклем дауам итә. Ошо көндәрҙә белем алыуға ҡағылышлы төрлө һорауҙарға яуаптар һәм шулай уҡ Берҙәм Дәүләт Имтиханын тапшырыу ҡағиҙәләре буйынса белешмәләр алырға мөмкин. Өфөләге Конгресс-Холл бинаһы уҡытыусылар, уҡыусылар һәм ата-әсәләр өсөн иртәнән кискә тиклем асыҡ. 



Последние новости

Яндекс.Метрика