Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Европа  аэропорттарында  именлек  саралары  көсәйтелде. Парижда Шарль-де-Голль аэропортында хәрбиҙәр һәм полиция хеҙмәткәрҙәре ҡамауға алды тиергә мөмкин.  Пассажирҙар багажы  ентекләп тикшерелә.

Көнбайыш етәкселәре Брюсселдәге террор ғәмәлдәрен  миграция көрсөгө менән бәйләмәҫкә саҡыра. Улар теракт сәбәптәрен асыҡлағас ҡына ниндәйҙер һығымталар эшләргә мөмкин тигән ҡарашта. Әммә Брюсселдәге террор ғәмәленә тиклем Ислам дәүләте төркөмсәһе бер-нисә тапҡыр үҙ кешеләрен ҡасаҡ итеп Европа үҙәгенә ебәрәсәге тураһында белдергәйне. Тәнҡитселәр асыҡ ишектәр сәйәсәтенең  хәүефле икәнен танырға саҡыра.

Норильскийҙың Алыкель аэропортында көслө ер Боинг737 самолеты әйләндергән. Был видео интернет селтәрендә тәбиғәт көсө тураһында фекер алышыуға сәбәпсе булды. Елдең көсө шул тиклем көслө була, ул хатта бер-нисә тонналыҡ самолетты 180 градусҡа бороп ултырта.

Японияла энергия етештереүҙең альтернатив ысулдары киң танылыу ала.  Бында йылға, күлдәргә ҡояш панельдары ҡуйылған. Энергия һуңынан алдынғы операторҙарға һатыла. Таулы ландшафтта ҡояш панельдарын ҡуйыу бик ҡыйын.  Шуға ла йөҙөп йөрөүсе электр станциялары Япония өсөн бик отошло.



Последние новости

Яндекс.Метрика