Баш ҡалала туҡталҡа мәсьәләһе киҫкен ҡала

Башҡортостанды хеҙмәтләндергән Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы эргәһендә пациенттарға автомобиль ҡуйырға урын аҙ. Етмәһә, дауаханан сығыу менән ҡалдырған урында машинаһының булмауы ауырыу кешеләрҙе борсоуға һала. Был “тимер ат”ты “йәйәү¬леләр юлы” билдәһе аҫтында ҡалдырып киткәндәр. ЮХХДИ инспекторы водителдең юл ҡағиҙәһен боҙғанын дәлилләү өсөн фотоға төшөрөп, акт төҙөгәнсе эвакуатор  автомобилде тейәп алып та китте. Бер нисә минуттан транспорт хужаһы килеп сыҡты. Дмитрий Иванов Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһына Салауат ҡалаһынан яҡынын алып килгән. Тик ашығып, автомобилен ҡалдырғанда юл билдәһен күрмәгән. Уның кеүек белмәгәнлектән “тимер ат”тарын ярамаған урында ҡалдырыусылар бихисап. Сөнки дауахана тирәләй юлдар тар булғанлыҡтан, “туҡталҡа рөхсәт ител¬мәй” тигән билдәләр күп, ә машина ҡуйырға урын әҙ. Ҡайҙа етте шунда ҡалдырылғандары ла, икенсе, хатта өсөнсө рәт итеп теҙеп ҡуйыл¬ғандары ла бар.Кеше ҡайғыһында аҡса эшләп ҡалырға теләүселәр ҙә юҡ түгел. Автомобилдәрҙе эвакуатор алып киткәнен ситтән күҙәтеп тороп, хужаһы сыҡҡас, штраф туҡталҡаһына юғары хаҡҡа алып барырға тәҡдим иткән таксистар барлығы тураһында белеп ҡалдыҡ. Әлбиттә, ҙур сит ҡалала машинаһыҙ ҡалған водителдәргә ризалашаһы ғына ҡала. Әҙме-күмпе урын бушатыу йәһәтенән дауахана биләмәһендә хәҙмәткәрҙәргә туҡталҡа ойошторолған. Әммә көнөнә килгән меңәрләгән пациенттың транспортын һыйҙырыу бында мөмкин түгел. Бынан тыш, улар ашығыс ярҙам машиналарының  хәрәкәтенә ҡамасаулауы ихтимал. Райондарҙан килгәндәр ҡалалағы ҡағиҙәләрҙе белеп бөтмәйбеҙ тип аҡланһа, юл инспекторҙары ҡанундар һәр кемгә бер үк һәм уларҙы үтәү барыһына ла зарур, ти.Килеп тыуған хәлдән сығыу юлы бар. Киләсәктә ҡала хакимиәте күп ҡатлы туҡталҡалар төҙөргә планлаштыра. Вәғәҙәне өс йыл көтәләр, тиҙәр. Бөтә республиканан ағылған халыҡты тәьмин итерлек заманса туҡталҡа ҡасан төҙөлөп сафҡа инер — билдәһеҙ. Әлегә водителдәргә “тимер ат”тарын рөхсәт ителгән урындарҙа ғына ҡалдырыу хәйерлерәк. Нисек кенә булмаһын, машинаны кире ҡайтарыу – аҡсаны һәм ваҡытты сарыф иткән мәшәҡәтле сара.



Последние новости

Яндекс.Метрика