Йылғаларҙың боҙҙан әрселеү ваҡыты билдәле булды

Һауа  шарттарын иҫәпкә алып, йылғаларҙың ғәҙәттәгенән ике-биш көнгә иртәрәк асылыуы көтөлә. 2-8 апрелдә — Ағиҙелдә, 31 марттан 6 апрелгә тиклем — Ҡариҙелдә, 6 апрелдән 12-нә тиклем Дим йылғаһында боҙ китеүе күҙаллана. Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, яҙғы ташҡын ваҡытында Өфө янында Ағиҙелдең кимәле 730-830 сантиметрға етәсәк. Ҡариҙел — 760-860, Дим 580-680 сантиметрға күтәреләсәк. Ҡаланың ҡайһы бер райондарында йорттарҙы һыу баҫасаҡ. 10 марттан ҡала һәм райондарҙың ташҡынға ҡаршы комиссиялары эшләй. Ташҡынға ҡаршы 19 штаб, 12 күҙәтеү посы һәм алты мең кешегә иҫәпләнгән пункт асылған. 



Последние новости

Яндекс.Метрика