Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Йемендың баш ҡалаһы Санала меңләгән кеше урамдарға сығып Сәғүд Ғәрәбстанын утҡа тотоуҙы туҡтатыуҙы талап иткән. Экс-президент Әли Абдулла Сәләх яҡлылар коалицияның Иран яҡлы хоуситтарға ҡаршы йүнәлтелгән хәрби компанияһына нәфрәт белдергән. Митингта Сәләх чығыш яһап һуғышыусы яҡтарҙы тыныслыҡ тураһында һөйләшеү башларға өндәгән.

Сүриәнең Хөкүмәт ғәскәрҙәре « Ислам дәүләте » террор төркөмсәһенән Пальмира ҡалаһын азат итте. Был ҡала мәҙәни мираҫ үҙәге генә түгел, илдеү уртаһындағы стратегик пункт булып та тора. Сүриә президенты Башар Асад Рәсәй президенты Владимир путинға шылтыратывп һәр яҡлап ярҙам күрһәткәне өсөн рәхмәт белдергән.

Пакистанда Лахор ҡалаһында  террорсы үҙен-үҙе шартлатҡан. Кәм тигәндә 65 кеше һәләк булған, 280 кеше яраланған. Террор ғәмәле өсөн талибан хәрәкәте  яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алмаған.

Донъя телеканалдарында Флайдубай авиакомпанияһының элекке пилоты менән интервью баҫылғас, раше тудей каналына төрлө авиакомпанияларҙа эшләүсе летчиктарҙан 25 хат килгән. Баҡтиһәң, былтыр Флайдубай пилоттары арыу тураһында 150 рапорт биргән. Әммә улар иғтибарһыҙ ҡалған.Һөҙөмтәлә Дондағы Ростовта авиаһәләкәттә 60-тан ашыу кешенең ғүмере өҙөлдө.



Последние новости

Яндекс.Метрика