Ҡырмыҫҡалы районы халҡы ла юғары сифатлы тапшырыуҙар ҡарай ала

Төбәктә махсус өс станция эшләй башланы. Улар беренсе мультиплексҡа ингән каналдарҙы юғары сифатта күрһәтергә мөмкинлек бирә. Әлегә унда 10 канал ингән. Рәсәй телевизион һәм радиотапшырыуҙар селтәренән хәбәр итеүҙәренсә, район биләмәһенең 95 процентында цифрлы телевидение ҡарау мөмкинлеге бар. Рәсәй телевизион һәм радиотапшырыуҙар селтәре хеҙмәткәрҙәре Бөйөк Ватан һуғышы ветеранына күстәнәстәр менән килде. Бынан тыш, 90 йәшен ҡыуалаған Фәрит Зәйнуллинға цифрлы телевидениены ҡарау өсөн антенна менән  махсус приставка ла бүләк ителде. Хәҙер ветеран  яратҡан тапшырыуҙарын юғары сифатта ҡарай ала.Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны тормоштан ҡалмаҫҡа тырыша. Фәрит олатай донъяла, Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда булған хәлдәр менән даими ҡыҙыҡһынып бара. Ул бигерәк тә хәбәрҙәрҙе ҡарарға ярата.  Ҡырмыҫҡалы районында 50 мең самаһы кеше йәшәй. Төбәктә махсус станциялар эшләй башлағас, халыҡтың барыһына ла яңы мөмкинлектәр асыла.Мултиплексҡа ингән Рәсәй-1, Рәсәй-24 һәм Рәсәй-Мәҙәниәт каналдарын күрһәтеү өсөн Ҡырмыҫҡалы районында ошондай өс станция урынлаштырылған. Халыҡ федераль телеканалдарҙан башҡорт телендә лә тапшырыуҙар ҡарау мөмкинлеге ала. Бынан тыш, Рәсәй-Башҡортостан, Вести ФМ, Маяк радиоларын тыңларға була.Мультиплексҡа ингән каналдарҙы ҡарау өсөн ябай антенна һәм приставка кәрәк. Һуңғыһының хаҡы уртаса 1 мең ярым тирәһе. Шуныһы мөһим каналдарҙың барыһы ла бушлай тәҡдим ителә.Рәсәй телевизион һәм радиотапшырыуҙар селтәре белгестәре Ҡырмыҫҡалы халҡына цифрлы телевидениены нисек көйләргә, ниндәй ҡорамалдар һатып алырға кәрәклеге тураһында ла аңлатты. Күптәр федераль каналдарҙа үҙ телендә тапшырыуҙар ҡарау мөмкинлегенә шатланып бөтә алмай. Әле республикала цифрлы телевидениены 2 миллион 250 мең кеше ҡарай ала. Йыл аҙағына тиклем ҡалған станцияларҙы сафҡа индерһәләр, телевизор ҡараусылар һаны тағы ла артасаҡ. Барлығы Башҡортостанда 216 станция төҙөү ҡарала. 



Последние новости

Яндекс.Метрика