Аҡбуҙат – һәйкәлдә мәңгеләштерелә

Урал батыр эпосындағы персонаждың һынын скульптор Өлфәт Ҡобағошов эшләгән. Бейеклеге 3 метрҙан ашыу, оҙонлоғо 4 метрға еткән һәйкәлде автор ҡыҫҡа ваҡыт эсендә — 1 йылда башҡарып сыға. Ошо көндәрҙә уның кире яҡ формаһын гипсҡа ҡатырыу эше башлана. Аҙаҡ улар өлөштәргә бүленеп Силәбе өлкәһендәге Кәҫле ҡалаһына ебәрелә. Аҡбуҙатты заводта суйындан ҡоясаҡтар. Скульптор башта эпик ат һынының бәләкәй моделен эшләй. Ул эпоста яҙылғанса һәр атрибут иҫәпкә алып башҡарылған.Аҡбуҙат һәйкәле быйыл көҙгә әҙер булырға тейеш. Ул Бөрйән районындағы Йылҡысыҡҡан күле янына урынлаштырыласаҡ. Эпос буйынса Аҡбуҙат Урал батыр алдында тап ошо урында килеп баҫҡан. 



Последние новости

Яндекс.Метрика