Черниковкалағы Машина эшләүселәр урамындағы йортта йәшәүселәр харабалар аҫтында ҡалыуҙан ҡурҡа

Бинаның тышҡы яғы күҙ алдында емерелә, ти бында йәшәүселәр.  Раил Тимерғазин   дөйөм ятаҡта егерме йылға яҡын йәшәй. Ошо осорҙа һуңғы тапҡыр ун йыл элек ремонт эшләгәндәрен хәтерләйем, ти ул. Хәҙер был эште яңынан башҡарыу-көн талабы. Әммә төрлө идаралыҡтарға мөрәжәғәт итеү  һөҙөмтә бирмәй. Торлаҡтың эсен һәр кем ҡулынан килгәнсе йүнәткән. Тик был ғына ҡотҡармай. Бүлмәләге дымға яңы ғына яһалған ремонт та  сыҙамай, етмәһә сабыйҙар ҙа ошо сәбәпле йыш ауырый. Бында ҡасандыр йыуыныу бүлмәһе булған. Хәҙер иһә ул иҫке келәтте хәтерләтә… Балалар инеп йөрөмәһен өсөн бүлмәнең ишеген бикләп үк ҡуялар.Бында йәшәүселәр бөтөнләй яҡлауһыҙ булыуыҙарына, ятаҡҡа кем телёй- шул инеп йөрөй алыуына ла зарлана. Бигерәк тә бәлиғ булмаған балаларыбыҙ өсөн борсолабыҙ, ти улар.Ата-әсәләр балаларын ятаҡ эсендә генә түгел, ә тышҡа ла тыныс күңел менән сығара алмай. Бинаның тышҡы яғындағы бер мөйөшө бөтөнләй кителеп бөтөп бара.Торлаҡ компанияһы белдереүенсә, әлегә был йорт авария хәлендә, тип табылмаған. Ниндәй ҙә булһа ҡарар ҡабул итер өсөн махсус комиссия һығымталарын көтөргә кәрәк, ти улар.Әлегә иһә был бинала йәшәүселәргә сабырлыҡ тупларға, һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы ҡатмарлы мәсъәләне хәл иткәнсе бер-кем дә бәлә-ҡаза күрмәҫ, тип өмөт итергә генә ҡала.



Последние новости

Яндекс.Метрика