Өфөлә Федор Шаляпиндың йорт-музейы асылыуы мөмкин

Башҡортостан рустарының дүртенсе соборы ошо тәҡдимде индерҙе. Республикала һаны буйынса иң күп халыҡ йыйынында төрлө ҡала-райондарҙан 300-ҙән ашыу делегат ҡатнашты.Башҡортостан рустары соборында ҡатнашыусылар тәүҙә халыҡ кәсептәре күргәҙмәһен ҡараны. Рус самауыры, матрешка, сыбыҡтан үрелгән һауыттар, милли кейем өлгөләре, вологда селтәре, үҙенсәлекле балаҫтар – быларҙың барыһы ла хәҙер тарихи мираҫ түгел, ә көнкүреш ҡулланышы әйберҙәре булараҡ ҡыҙыҡлы.Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәренә ярашлы әле Башҡортостанда рустар 1 миллион 450 мең. Күп милләтле төбәктә төп маҡсат толерантлыҡ. Бер-береңде ихтирам итеп төбәк үҫешенә тигеҙ өлөш индереү тормош тотороҡлоғон тәьмин итә, тип билдәләне Башҡортостан рустары соборы йәмәғәт ойошмаһы башҡарма комитеты рәйесе Виктор Пчелинцев. Ул соборҙың үткән биш йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаны. Йыйында ҡатнашыусылар шулай уҡ киләһе биш йылға бурыстар билдәләне. Мәктәптәрҙә рус телен уҡытыу, Башҡортостан мәҙәниәте тарихы дәреслегендә рус халҡы тарихына тейешле урын биреү, республикала ойошторолған мәртәбәле сараларҙа әүҙем ҡатнашыу. Резолюцияла раҫланған тәҡдимдәрҙең был бер нисәһе генә. Рустар соборы йәш быуынды милли мәҙәниәткә ылыҡтырыуҙың нигеҙен үҙ халҡыңдың ғына түгел, ә башҡаларҙың ғөрөф-ғәҙәттәре менән йолаларын да ихтирам итеүҙә күрә.Башҡортостан рустары соборы бер халыҡтың бай тарихи мираҫын һаҡлау ғына түгел, ә республикала йәшәгән йөҙҙән ашыу төрлө милләт кешеләренең татыулығын нығытыу бурысына тоғро. Ошо маҡсатлы эшмәкәрлеген ул киләсәктә лә дауам итергә ниәтләй. 



Последние новости

Яндекс.Метрика