Шишмә районында йәшәүсе Лера Исмаилова мәрхәмәтле кешеләр ярҙамына мохтаж

Сабыйға быума диагнозын ҡуйғандар. Йыш ҡына өйәнәге тотоу сәбәпле бала иҫен юғалта, ауырыу уның үҫешенә ҡамасаулай. Мәскәү табиптары балаға ярҙам итергә әҙер. Әммә 200 мең һум аҡса кәрәк. Ҡыҙ донъяға килгән көндө үк табиптар әсә кешегә сабыйҙың сәләмәт булмауы тураһында әйтә. Тик оҙаҡ ваҡыт дөрөҫ диагноз ҡуя алмайҙар. 8 ай тулғас баланың тәүге тапҡыр өйәнәге тота. Уның эпилепсия менән сирле булыуы асыҡлана. Лера тиҫтәләгән тикшереү үтә, уны табиптарға алып барып ҡарайҙар. Әлегә диагноз ғына билдәле. Дауалау бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәй. Өйәнәк тотҡан һайын Лераның баш мейеһендә һау күҙәнәктәре үлә. Мәскәүҙәге медицина технологиялары институты табиптары сирҙең эҙемтәләрен кәметергә мөмкин тип иҫәпләй. Тик терапия түләүле, бының өсөн 200 мең тирәһе аҡса кәрәк. Ә Исмаиловтар ғаиләһе өсөн был бигерәк ҙур сумма. Телевизор ҡарауысы мәрхәмәтле кешеләр ярҙамы менән 8 йәшлек Даша Казаковаға операция өсөн имплант һатып алынған. Шулай уҡ Айнур Хөсәйеновҡа инсулин помпаһы өсөн кәрәкле материалдар алыуға аҡса йыйылған. Проект ғәмәлгә ашырыла башлағандан алып 54 бала 12  миллион һумдан ашыу ярҙам алған. Бөгөн ике йәшлек Лера Исмаилова ла һеҙҙең ярҙамға мохтаж. Ҡыҙға беҙ бергәләп ярҙам итә алабыҙ. Бының өсөн 5542 һанына ДЕТИ һүҙе менән смс-хәбәр ебәреп, аҡса күсереүегеҙҙе раҫлау ҙа етә. Хаҡы — 75 һум. Бер телефондан бер нисә хәбәр ебәрергә мөмкин. 



Последние новости

Яндекс.Метрика