Башҡорт балы йыһанда

Ит, картуф, эремсек, макарондар менән бер рәттән космонавтарҙың туҡланыу рационында бал да индерелгән. Тап беҙҙең республика йыл һайын 120 килограммдан ашыу балды Халыҡ-ара йыһан станцияһына ебәрә. Хуш еҫле башҡорт балын бөтә ерҙә генә түгел, хатта ғаләмдә лә яратып ашайҙар. Бына 12 йыл инде республика умартасылары Халыҡ-ара йыһан станцияһы менән хеҙмәттәшлек итә. Әле тағы ла 60 килограмм балды йыһанға осорорға әҙерләйҙәр. Балды ғәҙәттә, тюбиктарға тултыралар. Сөнки унан татлы ризыҡты һығып алып ашауы уңайлы. Ҡапҡасы юғалмаҫҡа ебәк еп менән бәйләнеп ҡуйыла. Бал Бирюлевтағы тәжрибә заводында тикшереү үткәс кенә, һауыттарға һалына. Сифаты буйынса тик башҡорт балы ғына йыһан стандарттарына тура килә. Йыһанда космонавтар шыйыҡ балды ғына ашаһа, ергә ҡайтҡас, татлыҡайҙың төйәге Башҡортостанға килеп, уның башҡа төрҙәрен дә тәмләп ҡарай. Хуш еҫе аңҡыған балдан ауыҙ иткәндә, меңдәрсә километр алыҫта ла үҙеңде ерҙә тип хис итәһең, ти йыһанға осоусылар.  1 генә килограмм балды йыйыр өсөн ҡорттарға ер шарын ике тапҡыр урап сығырлыҡ юлды үтергә кәрәк. Экологик яҡтан таҙа, шифалы ризыҡтың һәр тамсыһы алтынға бәрәбәр. Бигерәк тә, Бөрйән бал ҡорттары етештергән солоҡ балы иң файҙалыһы. Әле космонавтарҙың туҡланыу рационында — йүкә һәм сәскә балы. Киләсәктә ҡырағай  бал ҡорто йыйған, балауыҙ һәм һеркә менән байытылған солоҡ балы ла йыһан киңлектәрен яулар.



Последние новости

Яндекс.Метрика