Башҡортостанда ташҡын ваҡытында һыу баҫыу ихтималлығы булған урындар асыҡланды

Өфөнөң Дим районында Новгород, Йәштәр урамдарына, Инорс биҫтәһендәге коллектив баҡсаларға, Максимовка ҡасабаһына, Калинин районында Фурманов урамына, Шакша биҫтәһенә хәүеф янай. Киров районында — Кооператив ялан, Кузнецов затоны, Ленин районында Нижегородка, Затон биҫтәләре һыу аҫтында ҡалыуы ихтимал. Баш ҡаланың Орджоникидзе, Октябрь һәм Совет райондарында урынлашҡан хужалыҡ объекттарын да һыу баҫыуы мөмкин. Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы идаралығы етәкселеге төбәктең ташҡынға әҙерлеген юғары кимәлдә тип баһалай.



Последние новости

Яндекс.Метрика