Башҡортостан эшҡыуарҙарының 12 процент ярым ставка менән 3 миллион һумға тиклем кредит алыу мөмкинлеге бар

29 марттан микрофинанслау тураһында Федераль законға үҙгәрештәр индерелде. Уға ярашлы, эшҡыуарҙарға бирелә торған кредит күләме 1 миллион һумдан 3 миллион һумға тиклем арттырылды. Ошо программа буйынса өс эшҡыуар ярҙам алған да инде. Был ойошма бер нисә йыл элек кенә эшләй башлаған. Хәҙер, уның продукцияһын Ҡаҙағстандан, Свердловский өлкәһенән килеп алалар. Күмерҙе күберәген металлургия сәнәғәтендә ҡулланалар. Ихтыяж булғас, хәҙер предприятие етәкселеге етештереү күләмен арттырырға иҫәп тота. Ә был ойошмала автомобилдәрҙе ремонтлау менән шөғөлләнәләр. Предприятиела тиҫтәләгән кеше эшләй. Башҡортостандың микрофинанслау үҙәгенән түбән ставка менән кредит бүленгәс, улар яңы ҡорамалдар һатып алырға ҡарар иткән. Ойошма етәксеһе машиналарҙы диагностикалау өсөн яңы программалар ҙа һатып алған. Ул барлыҡ сит ил автомобилдәрен тикшерергә мөмкинлек бирә. Республика микрофинанслау үҙәгенән бүленгән аҡсаға ойошма етәкселеге ошондай автомобиль буяу өсөн камера һатып алған. Уның үҙенсәлеге шунда, эскә бысраҡ инмәй, шулай уҡ, һауа таҙартыу өсөн фильтрҙар ҡуйылған.Микрофинанслау тураһындағы Федераль законға үҙгәрештәр индерелгәс бизнес вәкилдәренең яңы эш асыу, етештереү күләмдәрен арттырыу, өҫтәмә эш урындары булдырыу мөмкинлеге бар. Әлегә был программала өс кеше генә ҡатнашырға теләк белдергән. Элек кредит күләме бер миллион һумға тиклем бирелгән. Хәҙер иһә 3 миллион һумға тиклем алырға мөмкин. Бынан тыш, йыллыҡ ставкаһы 12 процент ярым ғына. Әйткәндәй, документтар исемлеге лә күп түгел.



Последние новости

Яндекс.Метрика