“Салауат Юлаев” өсөн быйылғы хоккей миҙгеле бронза миҙалдар менән тамамланды

Юлаевсылар Көнсығыш конференция финалында Магнитогорскийҙың “Металлург”ынан серияла 4-1 иҫәбенә отолоп, Гагарин кубогы өсөн көрәштән төшөп ҡалды. Төп приз өсөн финалда “Металлург” Мәскәүҙән “ЦСКА” менән осраша. Серия 7 аперлдә башлана. Спорт белгестәре юлаевсылар өсөн миҙгелде уңышлы булды, тип баһалай. Өфө клубы КХЛ сиктәрендә ойошторолған Рәсәй чемпионатының бронзаһын яуланы. “Салауат Юлаев” клубының ил чемпионатында хәҙер 8 миҙалы бар. 2008 һәм 2011 йылдарҙа- алтын, 2014 йылда- көмөш, 1995, 1996, 1997, 2010 йылдарҙа һәм быйыл бронза яуланы.



Последние новости

Яндекс.Метрика