Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Сүриә президенты Башар Асад ҡорал ташларға теләүселәрҙе ярлыҡарға әҙер. Был турала ул Рәсәйҙең “РИА-новости” һәм “Спутник” мәғлүмәт агентлыҡтарына интервьюһында белдерҙе. Асад хәрби ярҙам өсөн Мәскәүгә рәхмәт белдереп Төркиә һәм Сәғүд Ғәрәбстанын террорсыларға ярҙам итеүҙә ғәйепләгән.

Бөйөк Британияның йөҙҙән ашыу спортсыһы допинг һәм тыйылған дарыуҙар ҡулланған. Уларҙың араһында футболсылар, велосипедсылар, боксерҙар бар. “Челси” һәм “Арсенал” футбол клубтары уйынсылары был мәғлүмәтте кире ҡаҡҡан. Бөйөк Британия хөкүмәте илдең допингҡа ҡаршы агентлығын тикшерергә ҡушҡан. Допинг ҡулланыуға бәйле ғауға ил спортсыларының йәйге олимпиадала ҡатнашыуына ҡамасаулауы ихтимал.

Таулы Карабахта хәрби бәрелештәр ҡайтанан башланған. Танылмаған республика биләмәһендә тиҫтәләгән кеше һәләк булған. Әрмәнстан һәм Әзербайжан конфликтты ҡуйыртыуҙа бер-береһен ғәйепләй. 

Финляндия фермерҙары бейеклектә ағас ҡырҡыуҙың, күп ҡатлы йорттарҙы боҙбармаҡтарҙан таҙартыуҙың  үҙенсәлекле ысулын уйлап тапҡан. Улар бензин ярҙамында эшләүсе бысҡыны коптерға беркетеп ҡуйған. Осоусы аппарат та, бысҡы ла радио ярҙамында идара ителә. 



Последние новости

Яндекс.Метрика