Төбәктә Йомағужа һыу һаҡлағысы “ташҡын” режимында эшләй башланы

Шуға ла Ағиҙел йылғаһы секундына 130 кубометрға арта. Тимәк, күп кенә йорттарҙы һыу баҫасаҡ. Саҡмағошта Сәрмәсән йылғаһы ла ярҙарынан сыҡты. Райондың Яңы Йомран ауылында 20-ләгән йорт өсөнсө көн  һыу аҫтында ҡала. Йорт хужалары баҙға ҡарап, һыу кимәлен самалай.  Өйгә үтеп инергә 50 сантиметр ғына ҡалған. 40 йылдан ашыу Яңы Йомран ауылында йәшәүселәр бындай күренешкә өйрәнеп бөткән. Яҡуповтар ғаиләһе лә төшөнкөлөккә бирелмәй, ҡәҙимгесә донъя көтөүен дауам итә. Эсәр һыу, төрлө ярмаларар, ҡаҙ -  хужабикә аҙыҡ-түлек запасын барлай, кәрәкле дарыуҙар ҙа етәрлек алынған. Мал-тыуар, техниканы ҡоро ергә сығарғандар. Тәҙрәгә баҡһаң, Венециялағы кеүек урам буйлап кәмәлә йөҙгән кешеләрҙе күрергә мөмкин.  Илфир Яҡуповтың да һыу транспорты бар. Сәрмәсән йылғаһы йыл һайын ярҙарынан сыҡҡанлыҡтан кешеләр алдан әҙерләнә. Шулай ҙа ташҡын зыян килтермәй ҡалмай.Ихата, ҡаралтылар һыу эсендә ултыра. Әммә халыҡ ауылдан китергә теләмәй,  эвакуациянан баш тартып, йылғаның ярҙарына ҡайтҡанын үҙ йорттарында көтә. Ауылға илткән берҙән-бер юлды ла һыу баҫҡан. Шуға күрә Яңы Йомранға тик кәмә менән генә барып етеп була. Ә инде ел көслө булғанда был һыу траспортының моторлыһы ғына ярҙамға килә.Ауылдағы йорттарҙың күбеһе баҡсасыларҙыҡы. Улар ҙа йылға ташҡанын ишеткәс тә, ҡайтып еткән. Урындағы халыҡ яҙҙың нисек килерен алдан күҙалларға өйрәнгән. Һыу кимәлен дә теркәп баралар. Ысынлап та,  һыу кимәле түбәнәйә. Шулай ҙа, ташҡын көсәйһә, кешеләрҙе хәүефһеҙ урынға сығарыу өсөн ҡотҡарыусылар дежурҙа тора.Тик халыҡ ошо көндәрҙә хәл тотороҡланыр  һәм ҡотҡарыусыларҙың ярҙамы кәрәкмәҫ,  тип өмөтләнә. Ғәҙәттә, йылға ярҙарына ҡайтып, оло ер менән бәйләнеш бер аҙна эсендә булдырыла. 



Последние новости

Яндекс.Метрика