Башҡортостан Конституция суды ултырышы

Башҡортостан Конституция судында бөгөн Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы Республика Кодексының 13 статьяһының 16 пунктын тикшереү башланды. Был хоҡуҡи норма урамда, йәғни махсус билдәләнмәгән урындарҙа сауҙа итеүселәргә һәм көнкүреш хеҙмәттәре күрһәтеүселәргә штраф күләмен билдәләй. Уға ярашлы рөхсәт ителмәгән урында һатыу итеүсе граждандарға 500 һумдан 1 мең ярымға тиклем штраф, вазифалы кешеләргә 20 меңдән 40 меңгә тиклем, юридик шәхестәргә 50 меңдән 100 мең һумға тиклем штраф ҡаралған. Конституция судына ғариза менән мөрәжәғәт итеүсе Римма Яҡупова фекеренсә, был закон кешеләрҙең Конституцион хоҡуғын боҙа. Йәғни, социаль яҡланмаған төркөм граждандарҙы, пенсионер, инвалид, эшһеҙҙәрҙе сауҙа итеп аҡса эшләү мөмкинлегенән мәхрүм итә.Башҡортостан республикаһы Конституция суды был мәсьәлә буйынса ҡарарҙы сираттағы тыңлауҙа иғлан итәсәк..



Последние новости

Яндекс.Метрика