Башҡортостанда район-ҡала башлыҡтарын халыҡ баһаһына ҡарап вазифаһынан бушатасаҡтар

Башҡортостанда район-ҡала башлыҡтарын халыҡ баһаһына ҡарап вазифаһынан бушатасаҡтар. Республика башлығы ошо туралағы Указға ҡул ҡуйҙы. 

Документҡа ярашлы, район һәм ҡала хакимиәте башлыҡтары, дәүләт ҡарамағындағы предприятие директорҙарының эшенә даими баһа биреләсәк. Муниципалитеттар торлаҡ-көнкүреш тармағы, юлдар торошо, иҡтисади үҫеш, мәктәпкәсә белем биреү мәсьәләләрен хәл итеү буйынса баһалана. Әгәр ҙә етәксенең күрһәткестәре бер йыл эсендә 30 процентҡа түбәнәйһә, комиссия чиновникты эштән бушатыу мәсьәләһен тикшерәсәк. 

 



Последние новости

Яндекс.Метрика