Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Таулы Карабах ү яҙмышын үҙе билдәләргә теләй. Әрмәнстан президенты Серж Саргсян Германия канцлеры Ангела Меркель менән осрашып танылмаған республикалағы хәлде тикшергән. Таулы Карабах тирәләй Әзербайжан менән Әрмәнстан араҙында көсөргәнешлек һаҡлана.

Төркиә етәкселеге Силопи ҡалаһында комендант сәғәте индергән. Бында курд һуғышсылары полиция автомобиленә һңжүм иткән. Шаһиттар әйтеүенсә, яуап итеп Төркиә хәрбиҙәре  бер-нисә кешене үлтергән.

Анголала һары киҙеү менән ауырыусылар 200 кешенән артып киткән. Әле илдең 16 виләйәтендә ҡурҡыныс сир йоҡтороуҙың 1 мең 600 осрағы теркәлгән. Һары киҙеүҙе серәкәйҙәр тарата.

Бельгияла йөк машиналары водителдәре һәм фермерҙар юлдарҙа тарифтарҙы арттырыуға ризаһыҙлыҡ белдерә. Валонияла улар төп автомагистралдәрҙе ҡаплаған. Яңы тарифтар 1 апрелдә ғәмәлгә ингәйне.

 



Последние новости

Яндекс.Метрика