Өфөлә дарыухана ҡарауылсылары инвалидты туҡмаған

Өфөлә Революция һәм Ленин урамдары киҫелешендә урынлашҡан дарыухана ҡарауылсылары инвалидты туҡмаған.

Шаһиттар төшөрөп алған видеонан күренеүенсә, тәүҙә  мыҡты кәүҙәле егеттәр ир менән һөйләшә, һуңынан  береһе уның битенә һуға. Ҡултыҡ таяғы тотҡан оло йәштәге инвалид йығылғас, ҡарауылсы уны  суҡмар менән туҡмай, типкеләй башлай. Өфө1 сайты хәбәр итеүенсә, баҡтиһәң, инвалид үҙен тәртипһеҙ тотҡас дарыухана хеҙмәткәрҙәре шәхси һаҡ хеҙмәтен саҡырта. Инвалид уларға ла ҡаршылыҡ күрһәтеп маташҡан. Республика буйынса эске эштәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, иҫерек инвалидҡа ла, ҡарауылсыға ла протокол төҙөлгән.



Последние новости

Яндекс.Метрика