Эсәр һыу сифаты нисек?

Фенол, нефть ҡалдыҡтары, хлорлы углеводородтарҙың эсәр һыуҙы бысратыуын иҫкәртеү өсөн яҙғы ташҡын мәлендә Өфөлә бер мең ете йөҙ һынау өлгөһө алынып, ун биш мең төрлө тикшереү үткәрелә. Белгестәр һыу сифатына ҡағылған һәр осраҡты етди иғтибар үҙәгенә ала.  Шерышевтар фатирындағы крандан һары һыу аға. Уның сәйер еҫе лә бар. Төҫө менән еҫенә артыҡ иғтибар итмәй ҡуллана инек, ейәнебеҙ тыуғас, уны һыу ҡойондорҙоҡ. Бала тәненә аллергия кеүек ҡыҙыл сыҡты, ти Виктор Николаевич. Һыу сифатын тикшереүҙе үтенеп ул йорттоң идарасы компанияһына мөрәжәғәт итә.Гигиена һәм эпидемиология үҙәге белгестәре һыуҙың химик составын тикшерер өсөн һынау өлгөләрен ала. Һыуҙың сифаты тураһында аныҡ мәғлүмәт туплар өсөн 10 көнләп ваҡыт талап ителә. Ташҡын осоронда лабораториялар көсөргәнешле эш тәртибенә күсә. Крандан аҡҡан ғына түгел, асыҡ ятҡылыҡтарҙағы һәм скважиналарҙағы һыу көнөнә бер нисә тапҡыр тикшерелә.Өфөләге көньяҡ һыу үткәргесе  тәүлегенә 150 кубометр  һыу ҡыуа. Ул башҡала ҡулланыусыларының 50 процентын хеҙмәтләндерә. Беренсе күтәрмәлә урынлашҡан 120 скважинанан көнөнә өс тапҡыр һыу өлгөһө алына.  Көньяҡ һыу үткәргесте тәьмин иткән Ҡариҙел йылғаһы кимәленең әүҙем күтәрелеүе күҙәтелә, водоканал хеҙмәткәрҙәре үҙ иҫәпләүҙәре буйынса бөгөн 60 сантиметр бейеклекте теркәгән. Әммә ҡала халҡына борсолор сәбәп юҡ.  Водоканал ташҡын шарттарына әҙер. Уның яуаплы белгестәре „ныҡлы көпләнгән скважиналар тулыһынса һыу аҫтында ҡалған осраҡта ла крандарға бысраҡ үтерлек түгел„ тип ышандыра. 



Последние новости

Яндекс.Метрика