Йыл һайын Рәсәйҙә онкология менән ауырыусы 500 мең кеше асыҡлана

Башҡортостанда ла  онкологик ауырыуҙарҙың үҫеше күҙәтелә. Айырыуса, һөт биҙҙәре яман шеше иң аҙғын ауырыуҙар иҫәбендә. Ошоно күҙ уңында тотоп, республикала күсмә маммография комплекстары эшләй. Кушнаренко районының Талбазы ауылы фельдшеры Зилә Ғайсина өс йыл һайын ҡатындарҙы диспансеризацияға йөрөтә. Тик юл юҡлыҡтан, ауылдан сығып китеүе ҡыйынға тура килә,  ашығыс ярҙам машинаһы килһә генә, үҙәк дауаханаға барып етеп була , ти ауыл халҡы.  Юл ғына түгел, район дауаханаһында ҡатын-ҡыҙҙарҙа йыш осраған сир — күкрәктәге яман шеште асыҡлаусы ҡоролма юҡ.  Әммә йылына өс тапҡыр өлкәндәр төркөмөнә медицина тикшереүе үткәргәндә Республика онкология диспансерынан күсмә маммограф саҡырыла. Бер ай эсендә махсус аппарат ярҙамында 35 йәштән үткән меңәрләгән ҡатындың сәләмәтлеге тикшереләсәк. Аҙаҡ Өфөлә маммография һүрәттәрен табиптар өйрәнә. Яман шеш булыу ихтималлығы асыҡланһа, пациентты онкодиспасерға саҡырталар.  35 йәштән һуң яман шештең барлыҡҡа килеү хәүефе арта. Шуға ла был йәште уҙған ҡатындарға табиптар мотлаҡ рәүештә махсус тикшереү үтергә кәңәш итә. 2013 йылдан бирле Кушнаренко районында килтерелгән күсмә маммография комплексы ярҙамында ауырыуҙарҙы асыҡлап, аяныслы һөҙөмтәләрҙән иҫкәртеп ҡалған осраҡтар ҙа бар. Ғәҙәттә, күптәр тикшерелергә ҡурҡа, табипҡа мөрәжәғәт итмәй, ваҡытты һуҙып йөрөй. Ә бит уңышлы дауаланыуҙың һөҙөмтәһе –ауырыу тураһында уның тәүге стадияларында уҡ белеү. Ун осраҡтың туғыҙында яман шеште дауаларға мөмкин. Тик бының өсөн уны ваҡытында асыҡлау мөһим.Бындай күсмә маммография комплексы Рәсәйҙең өс төбәгендә генә бар. Беҙҙең республикала улар икәү. Һигеҙ йыл эсендә мобиль комплекстар бөтә Башҡортостанды урап сыҡҡан. Был машина Кушнаренкола тикшереүҙәрҙе тамамлағас, Баймаҡ районына, икенсеһе Яңауылға юлланасаҡ. 



Последние новости

Яндекс.Метрика