Александр Кузьменко 50 йәшлек юбилейын билдәләне

Республиканың иң сағыу йондоҙҙарының береһе, Башҡортостандың халыҡ артисы, радио һәм телевидение дикторы,  беҙҙең хеҙмәттәшебеҙ Александр Кузьменко 50 йәшлек юбилейын билдәләне. Юбиляр заманында бергә эшләгән Наилә Ғәләүетдинова, Рушанна Бабич, Сара Буранбаева, Флүрә Килдейәрова, Нәзифә Ҡадырова кеүек билдәле артистар, алып барыусылар һәм дикторҙар ҡатнашлығында  театрлаштырылған күркәм тамаша тәҡдим итте. Күп яҡлы һәләт эйәһенең ижади һәм тормош юлы бай. Ул 1989 йылдан “Башҡортостан” дәүләт телерадиокомпанияһы тапшырыуҙарын алып бара, бер үк ваҡытта Милли йәштәр һәм Рус драма театры сәхнәләрендә үҙенсәлекле образдар тыуҙыра. Александр Кузьменко ижади менән административ эште лә ҡуша алып бара. Ул Рәсәй мәҙәниәт профсоюзының Башҡортостан ойошмаһы рәйесе. 



Последние новости

Яндекс.Метрика