Башҡортостанда эскелек һәм наркоманиянан дауалаусы үҙәктәр эшмәкәрлеге тикшерелә

Парламент  депутаттары ойошторған сараларҙа – реабилиация комплекстарының законға ярашлы булыуын асыҡлап, унда хәүефһеҙлек ҡағиҙләре үтәлешенә баһа бирелә.  Шмидтово, Булгаково ҡасабаһы, Өфө янындағы Зубово. Реабилитация үҙәктәрен ойоштороусолар хәҙер баш ҡала эргәһендәге барлыҡ ауылдарҙа ла тиерлек ошондай хеҙмәттәр ойошторған. Дәүләт ҡарамағында булмаған социаль комплекстар хужаларының маҡсаты ла аңлашыла. Эскелек, наркоманияға тарыусыларға ярҙам итәбеҙ  тип, уларҙың бәләһендә аҡса эшләргә ниәтләүселәр ҙә юҡ түгел. Ашығыс уҙғарылған саралар маҡсаты ла аңлашыла. Төп сәбәп – Стәрлетамаҡтағы фажиғә. Ҡалалағы янғында ун ике кешенең ғүмере өҙөлгәйне. Уларҙың барыһы ла ошондай социаль комплекста дауаланыусылар. Тикшереү эштәре һаман да лауам итә. Тик бындай үҙәктәрҙәге курстарҙа дауаланыу һөҙөмтәле буласаҡ, тип бер кем дә ышандыра бирмәй.

Парламент депутаттары тарафынан ойошторолған тикшереүҙәр артабан да дауам итәсәк. Уның һөҙөмтәләре хәҙер ведомство –ара кимәлдә лә ҡарала.  Тик  кемдеңдер бер минутлыҡ яңылышыуы  Стәрлетамаҡта бер юлы  ун ике кешенең ғүмере өҙөүөн онторға ярамай. Ғәфү үтенә белеү үткәндәрҙән азат итеп, киләсәккә өмөт уята.  Тик бынлай үҙәктәрҙең файҙаһы булыу – булмауына бер кем дә гарантия бирә алмай. 



Последние новости

Яндекс.Метрика