Космонавтика көнө алдынан Өфөлә Гагарин үҙәге асылды

Ул мәктәп уҡыусыларына техник йүнәлештәге өҫтәмә белем биреүҙе күҙ уңында тота. Тантана Ер кешеһенең йыһанға беренсе осошона 55 йыл тулыуға арналды. Уҡыусыларҙы  Рәсәй космонавттар федерацияһы президенты ике тапҡыр Советтар Союзы геройы, авиация генерал-полковнигы Владимир Ковалёнок, Советтар Союзы геройы, осоусы-космонавт Александр Баландин, Рәсәй Федерацияһы геройы, Роскосмос федераль агентлығы вәкиле, осоусы космонавт Сергей Ревин тәбрикләне. Ойоштороусылар фекеренсә, Гагарин үҙәге мәктәп уҡыусыларының фәнни белем алыу, проект-модель һәм техник ҡаҙаныштарҙы өйрәнеү майҙаны булырға тейеш. Уҡыу бүлмәләрендә аэройыһан өлгөләре, IT-технологиялар, 3D моделдәр һәм цифрлы технологиялар өлкәһендәге заманса йыһаздар урынлаштырылған.  Дәрестәрҙе Өфө мәктәптәре һәм республиканың юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары алып бара. Педагогтар өҫтәмә белем биреүҙең алдынғы ысулдарын ҡулланып, һәр баланың ижади мөмкинлектәрен асыҡларға һәм үҫтерергә ниәтләй.



Последние новости

Яндекс.Метрика