Был аҙнала Өфөлә ҡайһы бер урамдар ябыла

  • Был аҙнала Өфөлә ҡайһы бер урамдар ябыла | ГТРК Башкортостан

Ремонт эштәре башҡаралыу сәбәпле Аврора һәм Батыр урамдарында автомобиль хәрәкәте өлөшләтә сикләнә. Ҡала хакимиәтенән белдереүҙәренсә, төҙөкләндереү 12 апрелдән 31 майға тиклем дауам итә. Эшселәре яңы япма һала, шулай уҡ, ямғыр һыуын йыйыусы махсус соҡорҙар эшләй. Шуға күрә, ремонт оҙаҡ ваҡытты талап итә. Был ваҡытҡа йәмәғәт транспорты маршруты үҙгәрә һәм автоһәүәҫкәрҙәрҙе иҫкәртеүсе билдәләр ҡуйыла.



Последние новости

Яндекс.Метрика