15-се апрелдән Платон системаһына яңы ҡағиҙәләр индерелә

Үҙгәрештәр ҡулланыусылар өсөн уңайлыраҡ итеүгә йүнәлтелгән.  Дүрт йыл сит кешегә эшләгәндән һуң, ауыр йөк машинаһы водителе Камил Асҡаров үҙ эшен асырға ниәтләй. Әлегә иһә ул яңы ҡорамалды ентекләп өйрәнә. Борт ҡоролмаһы йәғни платон өс йылға тиклем бушлай бирелә. Ҡулланыу ваҡыты үткәндән һуң уны яңыға алмаштырыу мөмкинселеге бар. Платон системаһында теркәлмәйенсә, ауырлығы 12 тоннанан ашҡан автомобилдәр федераль юл буйлап йөрөргә тейеш түгел. Теркәлгәндән һуң, водитель маршрут картаһын йә борт ҡоролмаһын алырға бурыслы. Ҡоролма үтелгән федераль юлды сигнал буйынса билдәләй, аҡса автоматик рәүештә шул саҡырымдар өсөн генә алына. Әлеге ваҡытта һәр саҡырым өсөн түләү 1һум 53 тин тәшкил итә. Бындай сығымдар менән риза булмаусылар ҙа байтаҡ. Күптәр был система эшҡыуарҙарҙың эшен ҡатмарлаштыра, тип белдерә. Ҡулланыусыларға ярҙам итеү үҙәге Башҡортостанда ике ҡалала – Стәрлетамаҡ һәм Өфөлә урынлаштырылған. 12 тоннанан артҡан автомобиль хужалары үтеләсәк юл өсөн ике төрлө ысул менән түләй ала. Ҡайһы бер осраҡта федераль юл өсөн түләүҙе бер айға тиклем кисектерергә лә мөмкин. Тик бындай мөмкинлек йөк машинаһы водителе ике ай элек теркәлгән булһа, штрафһыҙ һәм борт ҡоролмаһы ҡуйылған осраҡта ғына бирелә. Шулай уҡ сәфәр кисектерелһә, алдан түләнгән аҡса өс көн эсендә кире ҡайтарыла. Ошо яҡтары менән дә индерелгән үҙгәрештәр транспорт хужалары өсөн уңайлы,ти үҙәк белгестәре.



Последние новости

Яндекс.Метрика