Өс йәшлек сабый мәрхәмәтле кешеләрҙең ярҙамына мохтаж

Башҡортостан Дәүләт телерадиокомпанияһы “Русфонд” менән бергә ауырыу балаларға ярҙам итеүен дауам итә. Өфөлә йәшәүсе Әлиә Фәттәховаға ла операция талап ителә. Ҡыҙ тыумыштан йөрәк сиренә дусар. Өс йәшлек сабый тиҫтерҙәре менән уйнай алмай – физик күнекмәләрҙән уның хәле тиҙ бөтә, тыны ҡыҫыла башлай. Республика кардиология үҙәге табиптары уға операцияны бушлай яһарға әҙер. Әммә йөрәктәге кәмселекте ҡаплаусы имплант кәрәк. Уның хаҡы – 340 мең һум. Әлиәгә  бергәләп ярҙам итәйек.

Фәттәховтарҙың ғаиләһендә хәҙер йәшенмәк уйнарға күнеккәндәр. Ул өс йәшлек Әлиә өсөн башҡа әүҙем уйындарҙы алмаштыра.  Ҡыҙ тиҫтерҙәре менән  балалар майҙансығына сыға алмай. Физик күнекмәләрҙән һуң Әлиәнең хәле бөтә, тыны ҡыҫыла башлай. Әлиәнең тыумыштан йөрәк сиренә дусар икәнен быйыл ғинуар айында ғына белгәндәр. Әсәһе балаһын кардиологтарға йөрөтһә лә, табиптар һаулығында бер үҙгәрештәр ҙә күрмәгән. Бер-нисә ай элек ҡыҙ йөрәк тәңгәлендә ауыртыуға зарлана башлаған.

Әле өс йәшлек сабыйҙың йөрәге ҙур көсөргәнеш менән эшләй. Ваҡытында сара күрмәһәң, ҡыҙҙың хәле насарая. Операцияны бушлай яһайҙар. Тик йөрәктәге кәмселекте ҡаплаусы окклюдер алырға 340 мең һум кәрәк. Әлиәгә бергәләп ярҙам итергә мөмкин. Бының өсөн 5542 һанына “ДЕТИ” һүҙен яҙып ебәреп, аҡса күсереүегеҙҙе раҫлау ҙа етә. Бер смс хаҡы – 75 һум.

Акция дауамына 55 бала 12 миллион 500 мең һумлыҡ ярҙам алған. Әле өс йәшлек Әлиә Фәттәхова һеҙҙең ярҙамға мохтаж. Операция эшләргә тейештәрен ҡыҙ әле белмәй, әммә йөрәгенең яңы көс менән тибер, туйғансы балалар менән бергә уйнар мәлдәрен  өмөтләнеп көтә.



Последние новости

Яндекс.Метрика