Өфөлә ямғыр һәм ирегән ҡарҙың һыуын йыйыусы яңы канализациялар төҙөлә

Төҙөкләндереү эштәре башҡарылыу сәбәпле Гайдар һәм Зеленогорск урамдарында ваҡытлыса автомобиль хәрәкәте сикләнә. Бысраҡ һыуҙы йыйыусы соҡорҙар киҫкен торған юлдар мәсьәләһен хәл итерме.

Был һәүәҫкәр видеояҙма 2013 йылдың авгусында төшөрөлгән. Көнө буйы ямғыр яуғас, Сипайлово биҫтәһен һыу баҫты. Ул ваҡытта проблеманы һыу ағыҙыусы соҡорҙарҙың дөрөҫ эшләнмәүе, йә бөтөнләй булмауы менән аңлаттылар. Хәйер, хәҙер ҙә һыу китмәй, тип зарлана бында йәшәүселәр.

Уҙған йыл Өфөлә яңы һыу коллекторҙарын һалыу, иҫкеләрен төҙөкләндереү башланды. Уларҙың күбеһе Сипайлово биҫтәһенә бысраҡ һыу ағып төшмәһен өсөн эшләнә. Мәҫәлән, Яңы Тау урамында 1 километр ярым ошондай канализация төҙөлә. Ул Глумилино урамдарын һәм Сипайловоны һыуҙан ҡотҡарыр, тип көтөлә.

Белгестәр әйтеүенсә, юлды төҙөгәндә бик күп нескәлектәрҙе иҫәпкә алырға кәрәк. Шул уҡ, ирегән ҡар, йә аҡмай ятҡан күләүектәр йәйәүлеләргә һәм автоһәүәҫкәрҙәргә генә уңайһыҙлыҡтар тыуҙырып ҡалмай, ә асфальттың сифатына ла тәъҫир итә.

Совет осоронда барлыҡ юлдар һәм төҙөлөш объекттары талаптарға ярашлы итеп эшләнгән. Ләкин, 90-сы йылдарҙа ойошмалар сығымдарҙы ҡыҫҡартып, һыу ағыҙыу системалары өсөн аҡса сарыф итмәй. Хәҙер иһә беҙ ошо етешһеҙлектәрҙең һөҙөмтәһен күрәбеҙ.  

Әйткәндәй, Өфөлә яҡшы юлдар бар. Мәҫәлән, Сочи урамында һыу ағыҙыусы канализация проект буйынса, еренә еткереп башҡарылған. Дуҫлыҡ монументы һәм Ихлас мәсете араһындағы был юлды бер нисә йыл элек яңырттылар. Күреүегеҙсә, асфальт емерелмәгән, соҡорҙар ҙа күренмәй. Ә һыуҙы ағыҙыу өсөн тәғәйенләнгән соҡорҙар һәр 100 метр һайын. Улар тауҙың рельефын һәм юлдың киңлеген иҫәпкә алып эшләнгән.



Последние новости

Яндекс.Метрика