Ҡырмыҫҡалы районында ҡот осҡос тәрбиәләү алымдары тураһында яңы мәғлүмәттәр асыҡланды

  • Ҡырмыҫҡалы районында ҡот осҡос тәрбиәләү алымдары тураһында яңы мәғлүмәттәр асыҡланды | ГТРК Башкортостан

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, атаһы ике йәшлек сабыйын баҙға ябып ҡуйғайны. Бәлиғ булмаған баланы законһыҙ иркенән мәхрүм иткәне өсөн республиканың тәфтиш комитеты иргә ҡарата енәйәт эше асты.  Атйетәр ауылында йәшәүсе 28 йәшлек ир элек тә ҡул күтәргән. Шуға ҡайныһы ғаиләһен үҙенең өйөнә күсерергә мәжбүр була. Әле баланың әсәһе тормош иптәше менән дуҫлашҡан һәм айырылыр өсөн бер сәбәп тә күрмәй. Ул артабан да ошо ире менән бергә балаларын тәрбиләргә йыйына. Өс балалы ғаиләлә иң кесеһе язаға тарттырылған булған. 



Последние новости

Яндекс.Метрика