Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Көньяҡ Американың Араукания йылғаһында меңәрләгән үле сардиналар һыу өҫтөнә ҡалҡып сыҡҡан. Сәбәбен асыҡлар өсөн белгестәр балыҡтарҙы йыя. Кешеләргә зыяны тураһында әлегә билдәле түгел. Шулай ҙа, урындағы халыҡҡа һыу ятҡылығына яҡын килмәҫкә, үле балыҡтарҙы  тотмаҫҡа ҡушылған.

Малазияла 8 метрлыҡ питон тотҡандар. Төҙөлөш майҙансығындағы табыш, оҙонлоғо буйынса донъя рекордын ҡуя. Ҡотҡарыусыларға аҙашҡан йыланды тотоп алыр өсөн ярты сәғәттән ашыу ваҡыт киткән. Уның ауырлығы 250 килограммдан ашыу.

Японила снуобордтта шыуған ҡыҙ артындағы айыуҙы күрмәгән дә. Интернет селтәрҙәрендә киң таралған видеоны спортсы ҡыҙ үҙе төшөргән. Ул музыка тыңлап, йырлап тауҙан төшөп бара, ә артынан йыртҡыс хайуан ҡыуа килә. Бәхетле осраҡмы, әллә айыуҙың хәле тиҙ бөткәнгәме снобордсы иҫән ҡалған һәм донъяла киң танылыу алған.

Бөйөк Британия уҡыусылары йыһанға көсөк осорған. Уйынсыҡты гелий тултырылған шарға беркеткәндәр. Шулай уҡ, уға камера тоташтырылған. 24 километр бейеклеккә күтәрелгәс, осоусы объект менән бәйләнеш өҙөлгән. Аҙаҡ камераны тапҡандар, ә уйынсыҡты юҡ. Хәҙер мәктәп уҡыусылары Сэм ҡушаматлы көсөктө эҙләү менән мәшғүл.



Последние новости

Яндекс.Метрика