Республиканың төнъяҡ-көнсығыш райондары быйыл 124 мең гектарҙа сәсеү эштәрен башҡарасаҡ

Быйыл урындағы хужалыҡтар алдында тиҫтәләрсә йылдар һөрөлмәгән сиҙәмде ҡайтанан эшкәртеү бурысы тора. Республика башлығы Рөстәм Хәмитов Дыуан һәм Мәсетле райондарына эш сәфәре барышында кампанияға әҙерлек, социаль инфраструктура менән танышып, урындағы халыҡ менән осрашты. 

Республиканың Төнъяҡ-көнсығыш машина трактор станцияһы яуаплы кампания алдынан ауыр хәлдә ҡалған. Сәсеүгә техника орлоҡ етерлек, шулай ҙа ойошманың 38 миллион һум бурысы йыйылған. Бөлгөнлөктән сығыу өсөн тиҫтәләгән техника һәм бер нисә сәнәғәт объекты һатыуға сығарылыуы ихтимал. Рөстәм Хәмитов ауыл хужалығы министрлығына предприятиены финанс һауыҡтырыу сараларын барларға һәм 5 йылға үҫеш стратегияһын төҙөргә ҡушты. Төбәктәге иң эре Уралтау хужалығында иһә импортты алмаштырыу мөмкинлектәрен файҙаланып ҡалырға тырышалар. Бында етештереүҙән алып ҡулланыусыға әҙер продукция еткереүгә тиклемге сылбырҙы яйға һалырға өлгәшкәндәр.

Малдар һанын арттырыр өсөн бында яңы ферма төҙөлә. Хаҡын кәметеү маҡсатында ул ағастан эшләнә.

Рөстәм Хәмитов башҡа хужалыҡтарға ла был тәжрибәне яҡшылап өйрәнергә һәм алыпһатарҙарға сеймал етештереү практикаһынан арынырға саҡырҙы. Мәҫәлән Ҡыҙылбай хужалығы көн дә тонналаған һөттө осһоҙ хаҡҡа сит төбәккә оҙатырға мәжбүр.

Тармаҡ өсөн яңы белгестәр әҙерләүсе Дыуан күп профилле колледжында республика башлығы студенттар менән аралашты. Төбәктәге иң эре уҡыу йортонда 2 меңгә яҡын егет һәм ҡыҙ һөнәр үҙләштерә. Бында заманса техник һөнәрҙәргә лә иғтибар ҙур. Практика өсөн техника һәм ҡоролма өлгөләре лә етерлек.

Урамда Рөстәм Хәмитовты урындағы халыҡ көтә ине. Уларҙы 4 мең кеше йәшәгән ауылда мәҙәниәт йорто булмауы һәм авария хәлендәге дауахананың яҙмышы борсой. Мәсьәлә яҡышлап өйрәнеләсәк, ә фельдшер – акушер пункты өсөн бинаны район үҙе лә хәстәрләй ала.

Эш сәфәре барышында Рөстәм Хәмитов авария хәлендәге балалар баҡсаһын да, урындағы ғибәҙәтханаларҙы ла ҡараны. Социаль объекттар торошо бик яҡшынан түгел.

Республиканың төнъяҡ-көнсығыш райондары әле лә социаль иҡтисади йәһәттән күпкә ҡалыша. Төбәк тулайым продуктының ни бары ярты проценты ғына был субрегионға тура килә. Райондар дотация иҫәбенә йәшәй. Ә үҙеш өсөн мөмкинлектәр бар: файҙалы ҡаҙылмалар, урман, һыу ресурстары етерлек бында. Бай ерҙә ярлы йәшәргә ярамай. Тимәк урынлдағы халыҡҡа һәм район етәселәрен яңыса шарттарҙа йәшәү мөмкинлектәрен барлап эшләй башларға ваҡыт.



Последние новости

Яндекс.Метрика