Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Рәсәй хәрбиҙәре Искәндәр-М оператив-тактик ракета комплексын һынап ҡараны. Рәсәй оборона министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Искәндәр ҡорал комплектына ингән ҡанатлы ракетаны ҡулланыу был күнекмәнең төп үҙенсәлеге булған. Ракета 200 саҡырым алыҫлыҡта урынлашҡан команда пунктын юҡ иткән.

Эквадорҙа ер тетерәүҙән 400 кеше һәләк булған. Ҡотҡарыусылар тәүлек әйләнәһенә эшләй-харабалар аҫтында ҡалыусылар бихисап. Европа берлеге Эквадорға миллион евро бүлгән.

Ете көнлөк марштан һуң шахтер һәм энергетиктар Бухарест ҡалаһына килеп етте. 300 кеше дәүләт идараһы бинаһы алдында йыйылып илдең энергетика тармағындағы хәлгә ризаһыҙлыҡ белдерҙе.

Дохала экспортерҙар осрашҡандан һуң нефткә хаҡтар тотороҡһоҙ булып ҡала. Яҡтар ҡара алтын сығарыу күләмен бер кимәлдә тотоу тураһындағы килешеүгә килә алманы. Иҡтисад белгестәре фекеренсә, был тәбиғи, сөнки Яҡын Көнсығышта Иран менән Сәғүд Ғәрәбстаны араһында ҡаты алыш бара. ОПЕК кеүек картель төрөндәге ойошмалар дәүере бөтөүгә табан бара тип иҫәпләй белгестәр.

 



Последние новости

Яндекс.Метрика