Быйыл симфония төнө Өфөлә 25 майҙа үтәсәк. Концерт программаһы өс өлөшкә бүленгән

  • Быйыл симфония төнө Өфөлә 25 майҙа үтәсәк. Концерт программаһы өс өлөшкә бүленгән | ГТРК Башкортостан

Тәүгеһендә классик музыка әҫәрҙәре яңғыраясаҡ. Унда, Кларнетта — Артур Нәзиуллин, Руслан Вәлиев, флейтала — Инна Фоменко, Виолончелдә — Рәстәм Хәмиҙуллин һәм скрипкала Александр Маломожнов сығыш яһары билдәле. Программаны икенсе сәхнәлә Рәсәй һәм Совет эстрадаһы йырҙары дауам итә. Алена Завьялова, Руслан Сәйфетдинов, «Премьер Квартет» вокал ансамбле, Сиявуш Шерматов, «Балалайка-бэнд» Рус халыҡ инструменттары ансамбле ҡатнаша. Ә өсөнсө өлөштә иһә “Йатаған” этно рок төркөмө һәм башҡа сит илдәрҙән билдәле башҡарыусылар ҡатнашлығында шоу программа концертты йомғаҡлай. Өфө амфитеатрындағы Симфония төнөн уҙғарыуға федераль бюджет — 3 миллион һумдан ашыу аҡса бүлде.



Последние новости

Яндекс.Метрика