Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Ливияла хөкүмәт ғәскәрҙәре Бенгази ҡалаһында исламистарҙы ҡыҫырыҡлай. Бер-нисә экстремист һәм уларҙың ялан командиры һәләк булған. Бенгази ҙурлығы буйынса Ливиялағы икенсе ҡала.

Америка конгрессы 11 сентябрҙағы терактҡа Сәғүд Ғәрәбстаны ҡатнашлығы раҫланһа был ил  хөкүмәтен судҡа биреү тураһындағы ҡанун проектын ҡарай башланы. Тиҙҙән Барак Обама террор ғәмәлен тикшереүгә бәле йәшерен документтарҙы иғлан итергә тейеш.

Урта диңгеҙҙә  һәләкәткә тарыған кораблдә һәләк булыусылар 500-гә еткән. Был турала БМО-ның ҡасаҡтар эше буйынса юғары комиссары белдерҙе. Етеш тормош артынан Европаға сығырға теләгән меңләгән мигранттың диңгеҙҙә ғүмере өҙөлә.

Ҡушма Штаттар президенты вазифаһына дәғүә итеүселәр Хиллари Клинтон һәм Дональд Трамп Нью-Йорктағы праймеризда ышаныслы еңеү яуланы. Улар еңеүҙәрен байрам иткәндә урындағы халыҡ праймеризды ойошторғанда етешһеҙлектәр булыуға — Һайлау участкалары ябыҡ булыуға, бюллетендәр етмәүгә ризаһыҙлыҡ белдерә. 



Последние новости

Яндекс.Метрика