Хосусилаштырыу тыйыла

Йәшәү килешеү нигеҙендә. Фатирҙағыларға борсолор урын юҡ. Өфөләге 7-се янғын һүндереү бүлеге ятағында йәшәгән кешеләр иһә торлағын шәхси милек булараҡ теркәү хоҡуғын үтәүҙе талап итә. Кемдән һәм ни сәбәп менән. Хөснә Кәримова 29 йыл буйы йәшәгән фатирын күрһәтә. Фенол фажиғәһе эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашып үлемесле йәрәхәттәр алған тормош иптәше гүр эйәһе булғас, ике улын яңғыҙы тәрбиәләп үҫтергән. 40 квадрат метрҙа әлегәсә бер-береһенә ят ике ғаилә торһа, хәҙер үҙҙәре генә. Торлаҡты хәлдәренән килгәнсә төҙөкләндереп алғандар. Күрше фатирҙа ла янғын һүндереү хеҙмәтендә эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан пенсионерҙар көн итә. Балалары, ейәндәре менән. Шуларҙың киләсәген хәстәрләп күсемһеҙ милек мәсьәләһен хәл итергә ниәтләйҙәр. Тырышлыҡтары бушҡа ғына. Бина шәхси милеккә тапшырылмай. Радик Тимерйән улы менән ҡатыны Зәбиҙә Фидаил ҡыҙының янғын хеҙмәтенә биргән дөйөм стажы 60 йыл. Фатирға сиратта беренсе тора инек, берҙән-бер көндө исемлек юҡҡа сыҡты, тиҙәр.Үткән быуаттың 80-се йылдарында янғын һүндереүселәр ятағында торлаҡ алған кешеләрҙең бөгөн уны үҙ исеменә законлы беркетеү теләген аңлатырға кәрәкмәй. Хосусилаштырыуға рөхсәт һорап Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрына ла, ил Президентына ла мөрәжәғәт иткәндәр. Ғаризаларға яуап бер – ярамай. Дәүләт тамғалы хаттарҙа мәғлүмәттәрҙең төрлөһө бар.Рәсми ҡағыҙҙар буйынса был кешеләр гараж боксында йәшәй. Әммә коммуналь хеҙмәттәр хаҡын, дөйөм тарифтарға ярашлы, торлаҡ файҙаланған өсөн түләй. Ятаҡтағы аңлашылмаусанлыҡтар бының менән генә тамамланмай.22-се янғын һүндереү отряды юрисы белдереүенсә, дөйөм ятаҡта йәшәгән ғаиләләрҙе бер кем дә урамға ҡыуып сығарырға йыйынмай. Йәшәү шарттары бар. Килешеүҙәр төҙөлгән. Барыһы ла законға тап килә.Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында хеҙмәткәрҙәргә, шулай уҡ янғын һүндереү селтәрендә 10 йылдан артыҡ эшләгән пенсионерҙарға торлаҡ сертификаты тапшырыу тәртибе раҫланған. Тик беренсенән, уны һәр теләгән кеше ала алмай, икенсенән, уның күләме Өфөлә фатир һатып  алырға етмәй. Янғын һүндереү хеҙмәте мөлкәтен торлаҡ итеп файҙаланырға мәжбүр кешеләрҙе иһә был һығымта ҡәнәғәтләндермәй. 



Последние новости

Яндекс.Метрика