Өфөлә заманса диагностикалау ысулдары ярҙамында яман шеште иҫкәртеү мәсьәләләрен барлайҙар

Ғилми-ғәмәли конференция эшендә Мәскәүҙең Вишневский исемендәге хирургия институтының бүлек етәксеһе Григорий Кармазановский ҡатнаша. Башҡортостан 21 быуат сирен асыҡлау һәм дауалау буйынса тәүгеләр рәтендә. Республикала яман шеш менән сирләүселәрҙең 65 проценты тулыһынса һауыға. Хатта 3-сө һәм 4-се стадияла ла кешене аяҡҡа баҫтырған осраҡтар бар. Шулай ҙа уны алдан иҫкәртеү һәм зарарланған күҙәнәктәр ашҡынмаҫ борон диагностика ярҙамында асыҡлап кисекмәҫтән дауалау зарур. 



Последние новости

Яндекс.Метрика