Белеме бар – меңде йығыр

Был тел мөхәббәттә аңлашыу, намаҙ уҡыу, доға ҡылыу теле. Ул Рәми, Аҡмулла, Салауат Юлаев теле. Башҡорт теленән тоталь  диктант яҙыусылар тыуған теле тураһында ошондай фекерҙә. Белеме бар – меңде йығыр.  Башҡорт теленән  тоталь диктант яҙыусылар был юлы лә беләк көсөн түгел, ә белем ҡеүәһен һынап ҡарарға йыйылғайны. Өфө, Стәрлетамаҡ, Сибай, Нефтекама һәм башҡа ҡалаларҙа уҙғарылған яҙма эштән һынау — еңелдәрҙән түгел.  Һәр хәреф, һәр тыныш билдәһенең дөрөҫ яҙылыуы, башҡорт теле ҡағиҙәләрен теүәл белеү, ысынлап та,  аҡыл көсө лә талап итә. Иң мөһиме -  еңеү түгел, ә ҡатнашыу тиһәләр ҙә, бер кемдең дә яҙма имтихандан “икеле” менән ҡайтҡыһы килмәй. Төбәк тоталь  диктанты  бөгөн  заман  заңына эйәреү түгел, тиҙәр яҙма эште ойоштороусылар. Телде рекламалау кәрәклеге бар, тигән фекерҙе лә күптәр урынһыҙ тип атай. Бөгөнгө маҡсат – йәштәрҙең  белемен  тикшереп, уларға ошондай проекттар аша тыуған теленә иғтибарын арттырыу. Ә башҡорт  теленә иғтибар иң юғары кимәлдә.   Иғтибар тигәндәй. Башҡор теленән диктант яҙыу хәҙер ысындан да төбәк-ара кимәлдәге иң ҙур социаль проекттарҙың береһенә әйләнә бара. Тыуған телдән белемеңде һынап ҡарағың киләме – рәхим ит. Былтыр ошондай ҡыйыуҙар һаны өс мең самаһы кеше булһа, быйылғы диктант кәм тигәндә лә ете мең кешене йыйған. Был һандар ҙа әлегә сағыштырмаса ғына. Ҡатнашыусыларҙың тағы ла күберәк булыуы ихтимал.Диктантҡа һайланған тексты алдан белеү мөмкин түгел. Һынау ваҡытында ҡулланыласаҡ әҙәби әҫәрҙе, уның авторын да бер-нисә кеше генә белә.Диктант ваҡытында кеҫә телефондары, планшеттар ҡулланыу сикләнмәһә лә, һынауға килеүселәр бәйләнеш сараларына түгел, ә үҙ аҡылына ышана. 



Последние новости

Яндекс.Метрика