Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Йошкар-Ола ҡалаһында бөтә Рәсәй халыҡ фронтының ултырышы үтте. Унда Рәсәй президенты Владимир путин да ҡатнашты. Ултырыш һорау-яуап форматында барҙы. Ил етәксеһенә Башҡортостандан Үлемһеҙ полк тураһында да һорау яңғыраны.

Италияла фашизмдан азат итеү көнө билдәләне.71 йыл элек илдең милли комитеты саҡырыуы буйынса халыҡ  Бенито Муссолиниҙың фашист диктатураһына ҡаршы ҡораллы ихтилалға күтәрелә. Байрам уңайынан  Италия республикаһы президенты Серджо Маттарелло билдәһеҙ һалдат һәйкәленә сәскәләр һалды.

Молдавия оппозицияһы дүшәмбенән ҡаршылыҡ акцияларын башлай. Оппозиция ил етәкселеген коррупцияла ғәйепләй һәм үҙ теләге менән отставкаға китеүен талап итә.

Германияның Ганновер ҡалаһында президент Барак Обама Америкаға көслө, имен һәм берҙәм Европа кәрәк тине. Шул уҡ ваҡытта ул Вашингтон яҡлауға һәм ярҙамға мохтаждарҙан баш тартмай тип билдәләне. БМО генераль секретарының элекке ярҙамсыһы фон Шпонек әйтеүенсә, Америка етәксеһенең һүҙҙәрен киреһенсә аңларға кәрәк. Сөнки Германияның әлеге барлыҡ бәләләре Американың тышҡы сәйәсәтенә бәйле тигән фон Шпонек. 



Последние новости

Яндекс.Метрика