Навигация башланды

Башҡортостан теплоходтары быйылғы йәйҙә 75 мең пассажирҙы хеҙмәтләндергә һәм 700 мең тонна йөк ташырға йыйына. Капитан Ирек Маннаев ярты йыл буйына эшлекле сәйәхәттә буласаҡ. Тағы ла бер нисә минуттан тәүге рейс – ошо ҡырсынташты Николо-Березовкаға 2-3 көн эсендә түкмәй-сәсмәй алып барып еткерергә кәрәк. Ә әлегә Башҡортостан йылғасылары быйылғы навигацияны  асыу тантанаһына йыйылған. «Башҡортостан” , “Ейск”, “Волгарь” һәм “Окский 66” теплоходтарының хеҙмәтенә былтырғы эш буйынса  юғары баһа бирелә, алдынғыларға бүләктәр тапшырыла. Йылға флотының ауыр йылдарҙа ла юҡҡа сыҡмауы бөтәһе өсөн дә оло шатлыҡ. Баржаларҙың төбө теймәһен, йылғалар тәрән булһын өсөн ярҙамсыл хеҙмәттәр ҙә бар. Йылға юлдарының Ағиҙел районы предприятиеһы төрлө боролоштарға йыйылған ҡомдо ваҡытында таҙартырға тейеш. Йылға транспортына ҡарата йөкмәткеле генә баһаны Өфөнөң Ленин районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Луиза Макшукова биргәндер. – Йылға транспорты баш ҡалабыҙҙың ғына түгел, тотош республика иҡтисадын күтәреүгә булышлыҡ итә, — тине ул. Хаҡ һүҙгә яуап юҡ. Әйтәйек, ошо ҡырсынташты Николо-Березовкаға алып барырға «КАмаЗ» яллаһаң, ул уны бер нисә ай буйына ташыр ине. Башҡортостан йылғасылары был йәйҙә 170 миллион һумлыҡ йөк ташырға ниәтләнә. –Шул сағында, — ти улар, — эш хаҡын 20 процентҡа арттырыу мөмкин буласаҡ. Тантана тамам. Пассажир теплоходтары, баржа этеүсе буксирҙар Ағиҙел, Кама, Волга буйлап сәйәхәткә сыға. Миҙгел ҡыҫҡа булһа ла, Башҡортостан йылғасылары меңәрләгән пассажир һәм туристты хеҙмәтләндереп, йөҙҙәрсә мең тонна йөк ташып өлгөрә.



Последние новости

Яндекс.Метрика