Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы тәҡдиме менән 28 апрелдә Бөтә Донъя хеҙмәт көнө билдәләнә

Республиканың ведомство-ара комиссияһы ултырышында бөгөн 2015-се йылда Башҡортостан ойошмаларында хеҙмәт шарттары һәм һөнәри ауыоыуҙар өлкәһендәге хәлгә йомғаҡ яһалды.Республикала эш урындарында имгәнеү осраҡтарын иҫкәртеү  көнүҙәк мәсьәлә ьбулып ҡала. Үткән йылда эш урынында ғәҙәттән тыш хәл сәбәпле 45 кеше һәләк булған. Һөнәри ауырыуҙар 126 кешелә асыҡланған. Был күрһәткестәр 2014-се йыл менән сағыштарғанда ла Рәсәй күләмендәге һандарҙан  аҙыраҡ. Ҡулланыусылар мәнфәғәттәрен һәм кеше именлеген яҡлауҙы күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан идаралығы етәксеһе урынбаҫары Шамил Ғилманов билдәләүенсә, предприяте һәм ойошмаларҙа хеҙмәт шарттарын тейешенсә үтәмәү иҡтисадтағы ҡыйын финанс хәлгә бәйле.



Последние новости

Яндекс.Метрика