Рәсәй һәм донъя хәбәрҙәре

Мысырҙа Синайҙы азат итеү көнөнә арналған демонстрациялар тәртипһеҙлектәр менән тамамланды. Президент Ас-Сисиның Сәғүд Ғәрәбстанына Тиран һәм Санафир утрауҙарын тапшырыуы халыҡ араһында ризаһыҙлыҡ тыуҙырҙы. Оппозиция халыҡты урамға сығырға саҡырҙы. Ҡаршылыҡ акцияһында ҡатнашыусыларға күҙҙән йәш сығарыусы газ ҡулланылған.

Ереванда автобус шартлау сәбәптәрен асыҡлау дауам итә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, үҙ-үҙен шартлатыусы Әрмәнстан ватандашы. Ике тапҡыр хөкөмгә тарттырылған. Уның фатирында полиция тротил, детонаторҙар тапҡан. 25 апрель Ереванда пассажир автобусы шартлау сәбәпле ике кеше һәләк булғайны.

Францияның Куру космодромынан Рәсәйҙең  «Союз-СТА» ракетаһы Сентинел-1В юлдашын орбитаға сығарҙы. Ул Европаның  «Коперникус» проекты сиктәрендә тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү өсөн тәғәйенләнгән.



Последние новости

Яндекс.Метрика