Өфө бөгөн еңеү байрағын ҡабул итте

Уны “Бөйөк еңеүебеҙҙең йондоҙо” Халыҡ-ара проекты сиктәрендә ойошторолған акцияла ҡатнашыусылар тапшырҙы. 5 апрель Рәсәйҙең 5 нөктәһенән: Севастополь, Брест, Дербент, Хабаровск һәм Рус утрауынан автомобилдәр юлға сыҡты. Рәсәйҙең иң көнсығыш нөктәһенән ҡуҙғалған һәм Башҡортостан аша үткән колонна башында — Бөйөк еңеүҙе данлап сығарылған ГАЗ-М20 – Победа автомобиле.Биш нур 5 май Владимир ҡалаһында осрашып, 6 май Мәскәүгә юллана. Еңеү парадында улар былтырғы кеүек үк үлмәҫ полк алдынан атларға ниәтләй. Өфөлә уларҙы Еңеү паркында ҡаршы алдылар. Иҫтәлек итеп тапшырылған, 200 кв/м ҙурлығындағы байраҡ – миллионлаған ватандаштарыбыҙҙың ҡан түгеп, ғүмерҙәрен ҡорбан итеп яулаған еңеү билдәһе.  



Последние новости

Яндекс.Метрика