Кушнаренко селекция үҙәге үҫентеләр һата башланы

Тиҫтә йылдар бындағы селекционерҙар  емеш-еләктең яңы төрҙәрен сығарыу менән шөғөлләнә, виноградтың ғына Башҡортостан шарттарына яраҡлаштырып сығарылған бер-нисә төрө бар. Үҙәктә виноградтың 20-нән ашыу сорты үҫтерелә, шуларҙың бишәүһе — Башҡортостанда сығарылған һәм дәүләт реестрына индерелгән. Был сорттар хәҙер бар илгә билдәле.Виноград Башҡортостан ауыл хужалығы ғилми-тикшеренеү институтының селекция үҙәгендә 3,5 гектар майҙанда үҫтерелә. Ул мул уңыш бирһен өсөн дөрөҫ ултыртыу мотлаҡ, ти белгестәр.Һуңғы 15 йылда Кушнаренко селекция үҙәге һынауҙарға 5 алма һәм 2 армыт сортын  тәҡдим иткән. Һынауға ебәрелгән үҫентеләргә талаптар ҡаты,  ти белгестәр.   Селекционерҙар тағы ла бер төр алма сортын әҙерләй.Һынауҙарҙы уңышлы үткән осраҡта Башҡортостан селекционерҙарының үҫентеләре тейешле реестрға индереләсәк. Бындағы продукция, сит яҡтарҙан килтерелгәндәрҙән айырмалы, беҙҙең тәбиғи шарттарға тулыһынса яраҡлаштырылған.Был үҙенсәлекле ҡыуаҡ „алтын ҡарағат„ исемен йөрөтә. Ул башҡаларҙан үҙенең әрһеҙлеге, эре һарғылт емештәре менән айырылып тора. Ҡоролоҡто ла еңелерәк кисерә. Бер ҡыуаҡтан ун килоға тиклем емеш алырға мөмкин.Кушнаренко селекция үҙәгендә иҫбатлауҙарынса, Башҡортостан климатына тик үҙебеҙә сығарылған емеш-еләк ағастары ғына сыҙамлы. Сит илдекеләр иһә һалҡынға, төрлө ауырыуҙарға бирешеп барыусан. Үҙәктә белдереүҙәренсә,  был емеш-еләк ҡыуаҡтарының сифаты юғары, беҙҙең ил климатына яраҡлаштырылған.  Шуға күрә Кушнаренко селекция үҙәге  үҙебеҙҙең төбәкте генә түгел, ә сит өлкәләрҙе лә үҫентеләр менән тәъмин итә.



Последние новости

Яндекс.Метрика